Уйында район үҙәгенең 1-се һәм 2-се, Ҡабыҡҡыуыш, Йәлембәт һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдары мәктәптәренән биш команда ҡатнашты. Ҡатнашыусылар сәләмләү, капитандар конкурсы һәм музыкаль өйгә эш кеүек өс һынау үтте.
Сара юғары кимәлдә ойошторолғайны. Командалар юл ҡанундарын үтәүҙең бөтә мөһимлеген «Ҡағиҙә буйынса йөрөйөк!» сәләмләү конкурсында күрһәтте. Тамашалар оҫта, дәртле, йыр-бейеүҙәр менән ойошторолдо. Ә һуңғы этап - өйгә эш конкурс һынауы иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Ул тамашасыларҙың да, жюри ағзаларының да күңеленә хуш килде. Сәхнәнән ҡыҙыҡлы һәм уйын-көлкөлө мәрәкәләр яңғыраны. Жюриға еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы.
Капитандар конкурсы - команданың иң яҡшы вәкилдәре ярышы. Был иң яуаплы конкурс этаптарының береһе һанала. Капитандар ярышы йәш инспекторҙар - команда алдынғыларының талантын, үҙенсәлеген, мауығыуын асырға ярҙам итте. «Иң яҡшы капитан» номинацияһында Йәлембәт урта мәктәбе командаһы капитаны Диана Хәлитова еңеүсе булды. Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынға 1-се урта мәктәп, икенсе Йәлембәт урта мәктәбе, өсөнсө - район үҙәгенең 2-се урта мәктәбе лайыҡ булды.
Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары КВН - ул күңелле, шаян, ҡыҙыҡлы уйын булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ә улар - йәш инспекторҙар - төрлөләндерелгән һәм сағыу программа әҙерләгән, шулай уҡ тапҡырлыҡтарын, отҡорлоҡтарын күрһәткән әүҙем, инициативалы, талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙар.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.