«Әгәр ҙә заманса тормошта өйҙө биҙәр өсөн башҡа бихисап мөмкинлек бар икән, ниңә тере организмды юҡ итергә», - тигән ҡарарға килеп, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары «Йәшә, йыршы!» конкурсы ойошторҙо. Уның һөҙөмтәләре көтөлгәндән дә юғарыраҡ булды. 5-11 класс уҡыусылары яраҡһыҙ материалдарҙан, дөрөҫөрәге сүпсарҙан (пластик шешәләр, тимер сыбыҡ, ҡағыҙ һ.б.) иҫ киткес шыршылар яһаған (һүрәттә), уларҙы һәр төрлө күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ. Сағыу, ҡупшы, үҙенсәлекле шыршылар - ҡарап туя алмаҫлыҡ. Һеҙ уны үҙегеҙ баһалай алаһығыҙ! Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.