Күмертау ҡалаһындағы республика халыҡ и ж а д ы ү ҙ ә г е филиалының беҙҙең райондың мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторған асыҡ төбәк балалар үҙешмәкәр ижад конкурсы «Бала саҡ планетаһы» тип аталды. Ул күптән түгел район Мәҙәниәт йортонда үтте.
Унда Күгәрсен, Стәрлебаш, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Миәкә райондары, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларының балалар ижад коллективтары һәм башҡарыусылары ҡатнашты. Уларҙың дөйөм иҫәбе 700гә яҡын кеше булды. Шуларҙың «Хореография» номинацияһында 35 ижад коллективы, 67 - вокалда һәм 8 - вокал ансамблдәре. Балаларҙың сығышын ҡарау һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Улар шул тиклем ихлас, үҙенсәлекле, һоҡланғыс! Бына был көндө лә конкурсҡа килгән тамашасылар талантлы башҡарылған музыкаль номерҙарҙың шаһиты булды. Халыҡ, бал, эстрада, стилләштерелгән
халыҡ бейеүҙәре, академик, халыҡ эстрада вокалы. Бында һәр кемдең күңеленә хуш килерлек конкурс номерҙары күрһәтелде. Ә кескәй конкурсанттар уларҙы шул тиклем дәртле, ихлас, сағыу башҡарҙы! Тамашасылар уларҙы ҡайнар алҡыштарға күмде. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә булғандыр, моғайын. Уларға тамашасылар иғтибар итмәгәндер, ә жюри судына ҡалдырғандыр, тип уйлайбыҙ. Д ө й ө м а л ғ а н д а , үҙенсәлекле ҡуйылыштар, сағыу костюмдар, ихлас һәм талантлы балалар конкурсы бик күңелле үтте. Гран-при «Йәйғор» (Мәләүез ҡалаһы) өлгөлө бейеү ансамбленә бирелде, уларҙың сағыу сығыштары й ы й ы л ы у с ы л а р ҙ ы ң хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Стәрлебаштарҙың йәш таланттары ла лайыҡлы урындар яуланы. Әнүәр Исмәғилев «Соло» номинацияһында Гран-при яуланы, «Фламинго-дубль» өлгөлө спорт бал бейеүе ансамбле «Хореография» номинацияһында беренсе дәрәжә Лауреат булды. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә
лауреаттар араһында шулай уҡ «Ялҡынлы йөрәк» бейеү коллективы, «Стәрлекәй» хореография коллективы, «Бейеү планетаһы» берләшмәһе, «Стәрлебаш бөркөттәре», «Мәктәп осоро», «Заринка» вокаль ансамблдәре, «Карамельки» өлгөлө ансамбле, вокалсылар Айгизә Ҡаҙаҡбаева, Азалия Шафиҡова, Рузанна Насретдинова, Рената Харисова, Камила Назарова, Гөлфиә Назарова, Кристина Волокитина, Константин Петров. Афарин! Уларға яңы ижади уңыштар!
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.