Намаҙ уҡыу өсөн кешегә бөтә күңеле менән Аллаһы Тәғәләгә, Уның пәйғәмбәренә ышаныу фарыз. Әгәр ышанмай икән, намаҙ уҡырға тейеш түгел, сөнки ул мосолман иҫәпләнмәй, ә намаҙҙы мосолман ғына уҡый ала. Намаҙ уҡыуҙан һис кем бушатылмай, ауырыуҙар ятҡан йәки ултырған килеш, мосафирҙар юлда ла ишарат менән булһа ла уҡырға тейеш. Хатта һуғыш яланында ла намаҙҙы ҡалдырырға ярамай. Намаҙ – рухты яҡшырта, йөрәкте яҡтырта, кешене Аллаһы Тәғәлә хозурына күтәрә торған ғибәҙәт. Намаҙ – тән һәм рух таҙалығына өлгәштереүсе бер нурҙыр. Уның ярҙамы менән мосолман гонаһ бысрағынан арыныр һәм йәннәткә инергә лайыҡлы ҡол булып етешер.
Намаҙ Аллаһы Тәғәләне яратырға өйрәтеп, гонаһ эшләүҙән һаҡлай. Намаҙын дөрөҫ ҡылған әҙәмдең иманы арта, Аллаһтың ризалығын ҡаҙана. Уға йәннәттең яҡты юлы асылыр. Мосолман үҙе намаҙ ҡылырға һәм быны балаларына ла өйрәтергә бурыслы. Пәйғәмбәр хәҙрәттәребеҙ түбәндәгесә бойорған: «Балаларыбыҙға ете йәш тулыуға намаҙ ҡылырға ҡушығыҙ». Әсәһе һәм атаһы ете йәшлек балаһына намаҙ ҡылырға өйрәтһә, балалар бәлиғ осорона еткәндә намаҙ ҡылырға күнегә.
Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды