Ҡәҙер кисе - ер йөҙөнә Ҡөрьән - Кәрим ингән төн («Ҡәҙер» сүрәһе, 1-се аят ).
Нимә ул Ҡәҙер кисе?
«Ҡәҙер» тигән һүҙҙең мәғәнәһе тәҡдирләнгән, хөкөм ителгән тигәнде аңлата. Сөнки был төндә һәр кешенең, һәр заттың, һәр нимәнең йыллыҡ тәҡдире билдәләнә. Ризығы, ғүмере, тормошо, шулай уҡ Ер шарындағы бөтә булаһы хәлдәр. («Духан» сүрәһе, 4-се аят).
Аллаһ - Тәғәлә ер-күктәрҙе яралтҡансы уның программаһын - Ләүхүл - мәхфүзде яралтты. Бында бөтә донъяның яралтыуынан башлап, бөтөүенә тиклем тәҡдире яҙылған («Бүрүәң» сүрәһе, 22-се аят). «Ләүхүл - мәхфүз» һаҡланған, яҙылған таҡта дискет мәғәнәһендә тәржемә ителә. Тәржемәһе мәғәнәһенә лә тура килә. Бөтәбеҙҙең тәҡдире беҙ тыуғансы яҙылған кеүек Ҡөрьәндә лә Ләүхүл-мәхфүздә яҙылған.
Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримде шул Ләүхүл-мәхфүздән беҙҙең ер күгенә «Бәйтүл - ғиззәгә» һөйләме менән индерҙе. Һуңынан «Бәйтүл - ғиззәнән» 23 йыл буйы Мөхәммәдкә (с.ғ.в.) әҙ-әҙләп вәхи булып тапшырылды. (Ибн Ҡасир тәфсире, 4-се һүҙ, 532-се бит).
Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының һуңғы 10 көнө араһындалыр, ул теүәл билдәләнмәгән. Рәсүлебеҙ (с.ғ.в.) әйтте: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун көнө араһынан, бигерәк тә таҡ һанлы кистәренән эҙләгеҙ» (Бухари, 1878-се хәҙис). Йәғни 21, 23, 25,27,29 - сы Рамаҙан кисендә.
Рәсүлебеҙ әйткәнсә, Ҡәҙер кисенең теүәл ваҡытын онотоуы өммәтебеҙгә хәйерлерәк, сөнки хәҙер тотош ун кисте хәйер-доғала үткәреп, Аллаһ Тәғәләнән беренсенән, гөнаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен тип, икенсенән, хәйерле, еңел, бәхетле йыллыҡ тәҡдир бирһен тип, иман байлыҡтарын, һаулыҡ, сәләмәтлек, хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ, ғаилә бәхете, ил тыныслығы, хәйерле, файҙалы ғилемдәр һәм башҡа ниғмәттәрен һорарға кәрәк. Ҡәҙер кисендә ҡылған доғалар, ғибәҙәттәр беҙгә тиклем булып бер-нисә йөҙ йылдан алып меңәр йыл йәшәгән ҡәүемдәрҙең, мең ай буйы (83 йыл 4 ай) ҡылған изгелектәренән дә хәйерлерәк тине. Раббыбыҙ үҙе («Әл-ҡәҙер» сүрәһе, 3-сө аят). Сөнки «Өммәтемдең ғүмере 60 йыл менән 70 йыл эсендә» тине Рәсүлебеҙ (с.ғ.в.). Башҡа өмәттәр кеүек, 100әр йыл һауап алып, иманыбыҙҙы көсәйтеп, ғибәҙәттә генә йәшәй алмайбыҙ, ғилемде лә оҙаҡ итеп өйрәнергә мөмкинлек аҙ. Кемдең кем икәнен белеп, уға эйәргәнсе, дөрөҫлөк ҡайҙа икәнен иҫбатлағансы кешенең ғүмере лә үтеп китә.
Шуға Аллаһ Тәғәлә беҙгә тегеләй-былай һуғылмаҫҡа ҡыҫҡа ғына сиктәр ҡуйҙы: ул - ихласлыҡ, фетнәгә ҡыҫылмау; Ҡөрьән-сөннәт менән йәшәү. Был юлдан барһаҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Аллаһтың тулы рәхмәтенә ирешербеҙ, иншаллаһ.
Мөхтәррәм мосолман ҡәрҙәштәр!
Ҡәҙер кисен һәм көнөн ихлас күңелебеҙҙән, намаҙҙар, Ҡөрьән уҡып, зикер һәм салауаттар әйтеп, вәғәз - нәсихәт тыңлап, доғалар ҡылып үткәрһәк, иншаллаһ, беҙ кисәнең һауаптарына ирешербеҙ!
Вахит ӘХМӘҘИЕВ,
«Иман нуры» мәсетенең имам-хатибы.