Тап ошо 10 көнлөктә Бөйөк Ҡәҙер төнө - ул башҡа төндәрҙән айырылып тора. Был төндө мосолман ниндәйҙер һиллек, иман күтәренкелеге тоя, намаҙҙарынан быға тиклем алмаған рәхәтлек ала. Ул төн бик яҡты була. Әммә хәҙерге заманда быны аңлауы ауыр. Ҡәҙер төнөндә йондоҙҙар ҙа, ай ҙа яҡтыраҡ балҡый, ел дә тыныс ҡына була. Ғәҙәттә, был төндө ғибәҙәттә үткәргән кеше быларҙы тоя. Йөрәктә ниндәйҙер рәхәтлек була.
Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатыны Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) унан был төндө ниндәй доға уҡырға кәрәклеген һорағас, ул былай тип яуап биргән:
“Аллаһүммә иннәкә ғәфүүун түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни!” (Йә Аллаһ! Һин – ғәфү итеүсе бит. Ғәфү итергә яратаһың. Ғәфү итсе мине!).
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.