Ғәрәптәр элек-электән айҙы ураҙа тотоп, ҡорбан салып үткәрә торған булған. Төрлө һуғыш һәм яу сабыуға сик ҡуйылған. Был ай – һаңғырау ай. Бәндәләрҙең гөнаһтары хаҡында Аллаһ Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт - бәрәкәттәре яуып ҡына тора.
Мосолман, рамаҙан айынан башҡа, башҡа дини айҙарҙа кәм тигәндә 14 тапҡыр ураҙа тота, шуның өсөһө рәжәб айына тура килергә тейеш. Рәжәб айының 26-һында, йәғни Миғраж кисендә тотҡан ураҙа йөҙ көн ураҙа тотоуға һәм йөҙ төн буйына намаҙ уҡыуға тиң. Айҙың һәр кисе һәм төнө, бигерәк тә йома кистәре – мосолман өсөн үтә лә ҡәҙерле кистәр. Рәжәб айының беренсе йомаһы алдынан буласаҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис - сәләмдең ата-әсәһе үҙҙәренең никах төнөн үткәрә һәм уның әсәһе ауырға ҡала. Ул Рәғәиб кисе тип атала.
Быйыл ул 3 февралдән 4 февралгә ҡарай төнгә тура килә. Пәйғәмбәрҙең атаһы Ғабдулла бин әл-Хашим, Мәккә ҡалаһын төйәк иткән Хашим ырыуының Көрәйеш ҡәбиләһенән сыҡҡан ваҡ сауҙагәр, улы тыумаҫ борон уҡ вафат була, ә әсәһе, Мәҙинә ҡалаһы ҡыҙы Әминә, улын алты йәшендә үкһеҙ етем ҡалдыра. Малайҙы тәүҙә олатаһы, унан атаһы менән бер туған ағаһы тәрбиәләй. Мосолмандар Рәғәиб кисендә пәйғәмбәребеҙҙең иҫтәлеген хөрмәтләй, доғалар уҡый, Аллаһ Тәғәләнән мәрхәмәтлек, изгелек һәм теләктәренең ҡабул ителеүен һорай. Был төндә Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, доғаларҙы ла ҡабул итеп кенә тора, тиҙәр.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.