Ислам дине ғалимдәренең дәлилләүҙәре буйынса, Ҡөрьән Аллаһ Тәғәләнән фәрештәләр аша ер күгенә Бәраәт (кисереү) кисендә төшөрөлгән, артабан Рамаҙан айының Ҡәҙер кисендә аят-аят булып Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм (с.ғ.с.) күңеленә 23 йыл буйына индерелеп килгән.
Был изге кистә кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмыштары билдәләнә, башҡарыласаҡ яҡшы эштәре һайланып алына, доғалар ҡабул була, гөнаһтар ярлыҡана. Ғалимдәрҙең тәфсирҙәрендә әйтелгәнсә, Бәраәт кисендә бер йыл эсендәге, йома кисендә бер аҙна эсендә, ә Ҡәҙер кисендә ғүмер буйы ҡылған гөнаһтар ғәфү ителә икән. Был кистә гөнаһлы кешеләр йәннәттән, изгеләр йәһәннәмдән айырыла.
Ошо кистә аҡылыбыҙға килергә, гөнаһтарҙан ҡотолорға, күңелебеҙҙе, йөрәгебеҙҙе таҙартырға ашығырға кәрәк. Тормошобоҙҙа илаһи көс, ҡеүәт һәм бәрәкәт туплана.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә (с.ғ.с.) өммәттәрен яҡларға ошо кистә шәфәғәт бирелгән.
Был кисте Аллаһ Тәғәлә ҡояштың сығыуына ҡәҙәр донъя ғәләменә рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм бойорор: «Тәүбә итеүсе, гөнаһлыларҙы кисереүсе булһа, уны ғәфү итәм. Ризыҡ һораусы булһа, уға ризыҡ бирәм. Ауырыуға дусар булһа, уға һаулыҡ-сәләмәтлек бирәм. Бармы ундай кешеләр, бармы?» тип әйтер.
Ҡылған гөнаһтарыбыҙға ысын күңелдән үкенеп - бөгөн һәм алдағы көндәрҙә быны эшләмәҫкә ниәт ҡылыуыбыҙ бик мөһим.
Был ығы-зығы донъяла шайтандың ялған биҙәктәргә төрөнөп Әҙәм балаларын яҡшылыҡтан яуызлыҡҡа өндәүсе вәсвәсәһенә (ҡотороуына) бирешмәҫкә, Аллаһ Тәғәлә күрһәткән, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) васыят иткән юлдан аҙашмайынса тормошобоҙҙа иҫән-имен шатлыҡлы ғүмер кисерһәк ине. Амин!