Мосолман айҙары күктәге айға ҡарап билдәләнәләр. Яңы йыл башы йылдың төрлө миҙгеленә тура килергә мөмкин.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ сәсәниә
МОСОЛМАН АЙҘАРЫ
Мосолманса тәүге айҙың
Исемдәре Мөхәррәм,
Ҡотло булһын Яңы йыл,
Ырыҫлы һәм мөбәрәк!
Икенсе айҙың исеме
Сәфәр тиеп аталыр,
Юл йөрөүҙә һаҡ булығыҙ,
Һаҡланғандар һаҡланыр…
Сәфәрҙән һуң Раббиғелдең
Әүүәл айы киләлер,
Ун беренсе Раббиғелде
Бар мосолман беләлер.
Ул көндө Мөхәммәт Рәсүл
Был донъяға тыуалыр,
Мәүлит айы тигән был ай
Нурын һибеп торалыр.
Унан инде Раббиғелдең
Ахыр айы башлана,
Сират уҙғас үҙ бурысын
Йомадилгә тапшыра.
Тәүҙә ул Йомадил Әүүәл,
Унан Йомадил ахыр,
Рәжәб айы яҡынлағас
Йомадил унан ҡасыр.
Унан инде Шәғбәне,
Шәғбәндән һуң Рамазан,
Ситтә тороп ҡалма һин дә
Был айҙа ураҙанан!
Барлыҡ айҙар араһында
Рамазан иң олоһо!
Иң һауаплы, иң ҡәҙерле,
Иң, иң, иң маҡтаулыһы!
Ун ике ай ҙа теүәл!
Рамазандан һуң Шәүүәл,
Шәүүәлдән һуң Зөлҡәғиҙә,
Унан инде Зөлхизә...
Раббыбыҙ ҡуйған тиҙлектә
Айҙар хәрәкәт итә,
Сөнки барлыҡ ғәләм менән
Аллаһ идара итә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ.