Ҡөрьәндең 17-се "Бәни-Исраил" сүрәһендә (Яҡуп балалары) әйтелгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. 51 йәшендә (621 йыл) Рәжәб айының 27-се төнөндә йәстү намаҙынан һуң ғибәҙәттәге ваҡытында мөғжизә кисерә.
Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы менән Ябраил фәрештә йәшен тиҙлегендә үтеүсе ҡанатлы ат менән Пәйғәмбәрҙе Мәккәләге "Әл-Хәрәм" (изге мәсет) мәсетенән Иерусалимдағы "Әл-Әҡсә" мәсетенә илтеп ҡуя. Бында Мөхәммәт с.ғ.с. элекке пәйғәмбәрҙәр алдында имам булып намаҙ уҡый.
Һуңынан шул уҡ Ябраил фәрештә атында илаһи ғәләм яҡтылығы юлы менән күктең етенсе ҡатына күтәрелә. Юлында үҙенән алда килгән Пәйғәмбәрҙәр менән һөйләшә. Аллаһ Тәғәләнең тоғро бәндәләре өсөн әҙерләнгән ожмахты һәм гөнаһтарынан тәүбә ҡылмағандарҙың йәһәндәмдә ғазапланыуҙарын күрә.
Аллаһ Тәғәләнең хозурына Ябраил фәрештәгә үтәргә ярамағанлыҡтан һуңғы араны Рәсүлебеҙ яңғыҙы үтә. Аллаһ Тәғәләнең күп пәрҙәләр аша яҡынайыуын һиҙеп сәждәгә китә һәм Аллаһ Раббыбыҙға иң яҡын арала булып уға маҡтауҙар уҡый. Тел ғибәҙәттәребеҙҙә, тән ғибәҙәттәребеҙҙәә һәр ҡайһыһы Аллаһ Тәғәлә өсөндөр, тип әйтә ул.
Быға ҡаршы Аллаһ Тәғәләнән вәхи-хәбәр килә.
- Эй, Пәйғәмбәребеҙ! Һиңә Аллаһ Тәғәләнең сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһын.
Яуап ҡайтарып, Пәйғәмбәребеҙ - сәләм беҙгә лә һәм Аллаһ Тәғәләнең һәр бер изге бәндәләренә булһын, ти.
Һуңынан фәрештәләр шаһитлыҡ биреп, Аллаһтан башҡа һис бер зат илаһ була алмай, башҡа затҡа ғибәҙәт ҡылыу дөрөҫ түгел, Мәхәммәт с.ғ.с. Аллаһ Тәғәләнең ҡоло һәм илсеһе, тиҙәр. Был өс заттың һүҙҙәре һәр намаҙыбыҙҙа әттәхиәткә ултырғас уҡыла.
Миғраж кисендә Пәйғәмбәребеҙ өс бүләкле булды.
Өммәттәренә биш ваҡыт намаҙ фарыз ителде. Әл-Бәкәрә - Һыйыр сүрәһенең аҙағына ике аят өҫтәлде (285-286 аяттар). Пәйғәмбәребеҙ ҡиәммәт көнөндә өммәттәренә ярҙамға килеүселәрҙән булды. Аллаһ Тәғәлә: "Мин һеҙгә муйын тамырҙарығыҙ кеүек яҡынмын", ти, йәғни мәғнәүи аҡылыбыҙ менән дә, хисси тойғоларыбыҙ менән дә үҙенә яҡынайыуыбыҙҙы теләй. Шул уҡ төндө Пәйғәмбәребеҙ Мәккәгә кире әйләнеп ҡайта.
Бөгөн, 2021 миләди йыл буйынса 10 мартта, 1442 һижри йыл буйынса Рәжәб айының 26-се кисендә миғраж кисе була. Был кисте мосолмандарға Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гөнаһтарынан тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк. Йә, Раббым! Үҙең ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылғандарыңдан тыйылып иң оло бүләгең әжер-сауаптарға ирешһәк ине. Амин!