Бөгөн, ҡояш байығас та, рәғәиб кисәһе башлана Рәғәиб кисендә Аллаһ Тәғәлә үҙенең сикһеҙ күп фәрештәләре менән Пәйғәмбәргә үҙенең рәхимлеген индергән, йәғни, өммәттәре араһында иң һөйөклө Аллаһ илсеһе иткән өммәттәрен кафыр һәм гөнаһ ҡараңғылығынан иман нурҙарына сығарыусы дәрәжәһенә күтәргән. Өммәттәренең үҙен хаҡҡа тотоусыларҙы ялғандарынан асыҡлаусы шаһит итеп, ышаныусы мөьминдәрҙе ожмах менән һөйөндөрөүсе, ә монафиҡтарҙы (шайтан дуҫтарын) тамуҡ менән ҡурҡытыусы итеп ебәргән. Шуға күрә лә был мөхтәрәм кистә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт әйтеп ҡалдырған хәҙистәрендә ҡылған гөнаһтарыбыҙҙан тәүбә итеү, Аллаһынан ғәфү һорау, ярлыларға ярҙам итеү, доғалар менән мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, үҙебеҙ, ғаиләбеҙ, барса яҡындарыбыҙ өсөн хәйер-доғалар ҡылыу кәрәк. Пәйғәмбәребеҙҙең ай буйына ураҙа тота алмаған ҡарт сәхәбәләренә, Рәжәб айының беренсе, ун бишенсе һәм һуңғы көндәрендә ураҙа ла булһаң, ун мәртәбә арттырылып ай буйына ураҙа тотҡандағыса әжер һауап алыр. Әммә изге Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кистә онотма тип әйткән. Ихластан ҡылған ғибәҙәттәребеҙ Аллаһ рәхмәтенә ирешеп тормошобоҙҙа иҫән-имен ғүмер кисерһәк ине. Амин!