Зәйнулла Рәсүлев 1833 йылда Ырымбур губернияһые Троицк өйәҙе Шәрип ауылында тыуа. Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһен тамамлағас, белем алыуын Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһендә дауам итә. Артабан суфыйсылык менән ҡыҙыҡһына башлай. 1859 йылда Нәҡшбәндиә суфыйсылыҡ тәриҡәтенә алына.
1884 йылдан – Троицк ҡалаһы мәсете имамы, уның ҡаршыһында ул «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һала, бында яңы уҡытыу алымдарын индереп, Рәсәйҙең иң дәрәжәле мосолман уҡыу йорттары бейеклегенә күтәрә. Зәйнулла Рәсүлевтең шәкерттәре күп була. Ул Рәсәйҙә заманының иң йоғонтоло мосолман әһелдәренең береһенә әүерелә.
Улы Ғабдрахман Рәсүлев та шулай уҡ күренекле дин әһеле, мөфтөй була. Зәйнулла Ишан Рәсүлев мосолман интеллигенцияһы, руханиҙар һәм ябай халыҡ араһында бик ҙур абруй ҡаҙана. Уның иң ҙур ҡаҙаныштары – XIV быуат аҙағында һәм XX быуат башында ватандаштары һәм Зәйнулла Ишан хәҙрәттең шәжәрәһе. Уның ата-бабалары бик борондан билдәле. Уларҙың 18 быуындан торған шәжәрәһе һаҡлана.
Зәйнулла Рәсүлев – халҡының рухи батшаһы кимәлендәге ишан.
Бынан 104 йыл элек, 1917 йылдың 2 февралендә Зәйнулла Рәсүлевтың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бөгөн уның рухын иҫкә алып доғалар ҡылайыҡ.