Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
27 Ғинуар 2021, 14:11

КӨН ДӘ УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Йә, Аллаһым, мине гөнаһтарымдан, бәхетһеҙлектән, ҡәбер ғазабынан, көфөрлөктән һаҡла. Мине түбәнлеккә төшөрә торған әхләҡһеҙлектән, зыян килтерә торған дуҫтан һаҡла. Йә, Раббым, һәләк итеү ҡурҡынысы булған байлыҡтан, һине оноттора торған хәйерселектән һаҡла.

Йә, Аллаһ, иң яҡшы ҡолдарыңа биргән бар яҡшылыҡты миңә лә бир. Йә, Раббым, әлегә мин иҫән саҡта Һин үҙеңдең ҡолдарыңды нисек яҡлайһың, мине лә шулай яҡла. Баҡыйлыҡҡа күскәс, минең гөнаһтарымды ғәфү ит һәм миңә рәхмәтле бул!
Аллаһым, йәшәү минең өсөн хәйерле булһа, мине иҫән-һау йәшәт, әгәр минең өсөн үлем хәйерлерәк булһа, миңә еңел үлем бир. Миңә ике донъяла ла бары тик яҡшылыҡтар ғына бир.
Йә, Аллаһ, Үзеңде танырға һәм яратырға ярҙам ит. Үзеңдән генә ҡурҡа торған йөрәк бир. Һине гел иҫкә алырға һәм Һин ҡушҡанды үтәргә ярҙам бир. Һин тыйғандан тыйылырға көс бир! Йә, Аллаһым, миңә Үзең риза булырҙай гүзәл холоҡ, Һиңә мөрәжәғәт итерҙәй белем бир. Донъя ниғмәттәренең рөхсәт ителгәндәрен генә бир. Һинән башҡаларға ғибәҙәт ҡылыуҙан мине үҙең һаҡла һәм Һиңә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә көс бир.
Йә, Аллаһ, Минең ғәмәлдәремде ҡабул ит, йөрәгемде ике йөҙлөлөктән һаҡла. Телемде ялғандан таҙарт, күҙҙәремде хыянаттан һаҡла. Йә, Аллаһ, күҙ хыянатын һәм йөрәктә йәшерелгәнде Һин генә беләһең!
Йә, Раббым, мин Һинән иман байлығы, ышаныс, холҡомдоң яҡшырыуын, кешеләр менән килешеп йәшәй белеүҙе һәм яҙмышыма яҙылғандарҙан риза булыуымды ялбарып һорайым.
Йә, Аллаһ, Һин яратҡан ғәмәлдәрҙе генә ҡылырға, Һин яратмағандарҙан тыйылырға үҙең көс бир миңә. Һиңә йөрәгем менән тартылыуҙы һәм Һиңә камил рәүештә һыйыныуҙы насип ит.
Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.в. сөннәте ҡушҡандарҙы үтәргә ярҙам ит.
Йә, Аллаһ, Һин - Раббым, минең һәм Һинән башҡа ғибәҙәт ҡылырға яраҡлы башҡа бер Илаһ юҡ. Һин мине яраттың, ә мин Һинең ҡолоң, һәм мин көсөм еткән ҡәҙәр Һиңә тоғролоҡло буласаҡмын.
Йә, Раббым, мин ҡылған гөнаһтарымдан Һиңә һыйынам, Һинең тарафтан миңә ҡарата ҡылған мәрхәмәтеңде таныйым. Ғәфү ит мине, ысынында ла Һинән башҡа гөнаһтарҙы бер кем дә ғәфү итә алмаҫ.
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/din-m-iman/K-n-d-u-ila-tor-an-do-alar-627894/
Читайте нас: