Тәржемәһе: «Алланың камил һүҙҙәре менән барлыҡ зарар килтереүселәр һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Алла, Үҙеңә һыйынам». Балаларға Күҙ тейгәндә «Фатиха», «Ихлас», «Аятел Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыйҙар. Шулай уҡ «Аятел Көрси»ҙе уҡып, түбәндәге доғаны ла бағышлайҙар: «Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин». Мәғәнәһе: «Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдән, бәлә-ҡазанан, яман уйлы кешеләрҙән, шайтан зарарынан һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип ит!»