Динебеҙ ислам
9 Января 2020, 08:05

Милли китапханала иҫке төрки теле буйынса дәрестәр башланды

Тәүге дәрес. Хәрефтәр ғәрәптеке, ә һүҙҙәр таныш һәм аңлайышлы. Уңдан һулға яҙылған Волга буйы төркиҙәренең яҙмаһын өйрәтеүгә беренсе этапта ун дәрес береләсәк.

Төрки телендә ғәрәп хәрефтәре ҡулланылған. Был алфавит урта быуаттарҙан алып 1920 йылдарға тиклем ҡулланылған. Иҫке төрки теле быуаттар буйына ҡулдан-ҡулға күсеп килгән һирәк яҙмаларҙы, йорт архивын өйрәнеүҙә бик кәрәкле.
Төрки телен өйрәтеү дәүләт архивтарында эҙләнеп нәҫел шәжәрәһен төҙөүселәргә лә ярҙам буласаҡ. Төрки теленән дәрестәрҙе филология фәндәре кандидаты Флюр Сибәғәтов үткәрә.
Автор: Гүзәл Борханова.
Читайте нас