Динебеҙ ислам
3 Января 2020, 12:05

Яңы йыл байрамы ислам дине күҙлегенән

Яңы 2020 йылдың тәүге йомаһына район мәсеттәренә байтаҡ кеше йыйылды.

Район үҙәгендәге мәсеттә имам-мөхтәсиб Зөфәр хәҙрәт Биктимеров Яңы йыл байрамы хаҡында вәғәз һөйләне.
Яңы йылға килгәндә инде, һәр бер кеше үҙенә иҫәп-хисап ҡылырға тейеш: үткән йылда ниндәй изге эштәр, ниндәй насар эштәр эшләгән. Изгелектәр ҡылған булһа, уларҙы оноторға, яңы игелектәргә әҙерләнергә тейеш. Үткән йылығыҙға, үткән ғүмерегеҙгә, ҡарап, уйланып, иҫкә алып, ҡылған гонаһларығыҙға үкенеп, тәүбә итергә ярамаймы? Был күберәк бушҡа Аллаһ Тәғәләнең ризалығында булмаған ғүмеребеҙ өсөн, шуны ҡайтарыр өсөн ни ҡәҙәр тырышһаҡ та, миллиондар менән мал сарыф итһәк тә, һис кемгә уны ҡайтарыу юҡ шул. Шуға ла ҡалған ғүмерҙәребеҙ хәйерле булһын тип, Аллаһтың ризалығын өмөт итеп, көндәребеҙҙе, йылдарыбыҙҙы матур ҡаршылаһаҡ ине.
Әгәр беҙ ошо бәхет теләй торған Яңы йылда Аллаһы Тәғәлә ризалығынын өмөт итеп бөтә туғандарыбыҙҙы шатландырырға тырышып, игелек ҡылып, ситтәге туғандарыбыҙға бәхетле, уңышлы тормоштар, киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ менән хәйерле ғүмерҙәр Аллаһ Тәғәлә насип итһен тиһәк. Хәләл ризыҡтар менән генә балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән әҙәпле рәүештә генә мәжлес яһап, бер-беребеҙгә киләсәк йылыбыҙ өсөн матур теләктәр теләп, доғалар ҡылһаҡ, бына ошо рәүешле ҡаршылаған байрамыбыҙ ысын мәғәнәһендә хәйерле байрам буласаҡ.
Әгәр ҙә ошо оло бәхеттәр көтә торған, ҙур уңыштар теләй торған Яңы йыл таңын, бөтә боҙоҡлоҡтоң башы булған, динебеҙ тарафынан ҡаты рәүештә тыйылған, харам ителгән, бөтә медицина ғалимдәре тарафынан уның һәр төрлө зарар килтерә торғаны иҫбат ителгән һәм әҙәм балаһын гонаһҡа төшөрә торған, аҡылды аяҡ аҫтына һалып, тапап, әҙәм балаһын хайуандан да түбән дәрәжәгә төшөрөп, урамда аунап, бысраҡтарҙа аунарға сәбәб иткән яуыз дошманы — араҡыны өҫтәл уртаһына ҡуйһаҡ, бына был байрам байрам түгел инде, был ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза, фажиғәле, үкенесле хәлдәргә сәбәбе була торған ҡайғы-хәсрәт көнө буласаҡ. Ошондай мәжлестең аҙағы күңелһеҙ хәлдәр менән бөткәнен йыш ҡына күреп, ишетеп торабыҙ. Аҡылдарын юҡ итеп, нәфселәренә хужа була алмай ошондай насар юлда булған әҙәмдәр хаҡында «Хайуан дәрәжәһендә, бәлки унанда насарыраҡтыр», ти. Кәртәләр сүрәһе, 7/179.
Әҙәм балаһына ҙур ихтыяр бирелгән, сөнки был күңелдәге нәмә. Һис бер кемдең күңеленә ни барын беребеҙ ҙә белә алмайбыҙ. Шуға ла һәр саҡ игелектә булайыҡ, яҡшылыҡ теләйек, юҡ-бар уйҙырмалар менән кешенең аңын томанламайыҡ. Күңеленә яҡынлап ҡына, әҙәп, әхләҡ менән, хәрәмдәрҙән алыҫ булып, һәр нәмәне Аллаһ ризалығы өсөн тип, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап торайыҡ.
Ваҡыт табып, бер-беребеҙ менән үпкәләшкән икәнбеҙ – бәхилләшәйек, телдәребеҙ менән, йәки нисек кенә булһа ла берәүҙе рәнйеткәнебеҙ икән – ғәфү үтенеп дуҫлашырға кәрәк. Туғандарыбыҙҙың хәлен белергә, атай-әсәйҙәребеҙ бар икән, хәтерҙәрен табырға, доғаларҙа иҫкә алырға тырышайыҡ, үлгәндәр икән, — уларға изге доға ҡылайыҡ. Йә Раббым, атай-әсәйемде ярлыҡа, тип. Аллаһынан уларҙың мәғрифәт ҡылыуын, ярлыҡауын һорайыҡ.
Мөхтәрәм йәмәғәт! Беҙҙең күбебеҙҙең ғүмерҙәре ахырына еткән, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе һәр ваҡыт, һәр урында сабырлы һәм күркәм холоҡтар менән, үпкәләшеп хәтерен ҡалдырған кешеләребеҙ менән бәхиләшеп, өлфәт, мөхәббәт, дуҫлыҡ, татыулыҡ ғүмер менән итеп, Аллаһ Тәғәлә хозурына аҡ йөҙ, камил иман менән барырға насип итһен, тигән теләктәрен белдерҙе имам-мөхтәсиб.
Мәсеткә йыйылыусылар йома намаҙын уҡып, бер-береһенә матур теләктәр әйтеп, киләһе йома, шулай уҡ башҡа мосолман байрамдарын күрергә яҙһын тигән изге теләк менән таралышты.
Читайте нас