Тәржемәһе: «Алланың камил һүҙҙәре менән барлыҡ зарар килтереүселәр һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Алла, Үҙеңә һыйынам».
Балаларға (бигерәк тә бәләкәй сабыйҙарға) күҙ тейеп барыусан. Күҙлеккәндә улар көйһөҙләнә, ярһып илай, күҙ төптәре ҡарая. Бындай осраҡта «Фатиха», «Ихлас», «Аятел Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып, баланың йөҙөн, кәүҙәһен өшкөрәләр.
Ҙурыраҡ балалар өйҙән сығып киткәндә именлек теләп, «Аятел Көрси»ҙе уҡып, түбәндәге доғаны уҡыйҙар: «Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин».
Мәғәнәһе: «Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдән, бәлә- ҡазанан, яман уйлы кешеләрҙән, шайтан зарарынан һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип ит!».