«Зәғиф» тип әйтелгән һүҙ әҙәм балаһының һауаһыҙ, һыуһыҙ, ризыҡһыҙ һәм тағы ла күп шарт булмағанда тереклек итә алмауын күрһәтә. Әлеге хәҡиҡәтте аңлаусы быларҙың барыһын да биреүсе Раббыбыҙҙың ҡоло булып йәшәүен аңларға тейеш. Сөнки донъяла бәрәкәтле ғүмер кисереүебеҙ – барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Ул – икһеҙ-сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе. Беҙҙән риза булһа, һөйөнөстәр тулҡыны тормошобоҙҙо ла биләп алыр. Ә инде асыулы булһа, хәсрәт, үкенес, уңышһыҙлыҡ башланыр. Шуға күрә аҡыллы кешенең вазифаһы – Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә һәм рәхмәтенә иман килтереү. Уның бойороҡтарын үтәү һәм тыйылған ғәмәлдәрҙе эшләмәү. Гонаһтар хаҡында Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Кеше үҙенә килә торған ризыҡты гонаһ эшләүе менән юҡ итер», – тип әйтә. Башҡа бер хәҙисендә иһә: «Ғүмерҙең бәрәкәтен ысын күңелдән эшләгән изгелектән башҡа бер нәмә лә арттырмаҫ. Кешенең тәҡдирендә яҙылған күрәсәктәре лә доға менән юҡҡа сығыр. Әҙәм балаһы гонаһ эшләүе менән үҙенә яҙылған ризыҡтан да киҫелер», – тиелгән. Әлеге хәҙистәргә нигеҙләнеп, ғалимдар фәҡирлектең, малда, ризыҡта бәрәкәт булмауының бер нисә сәбәбен иҫкә төшөрә. Шуларҙың береһе – шөкөр итмәү. Изге Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: «Шөкөр итһәгеҙ, арттырырмын, булған ниғмәттәрегеҙҙе кире ҡаҡһағыҙ, белегеҙ, минең ғазабым ҡатылыр», – тип әйткән («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).