Башҡорт ерлегенә Ислам диненең килеүе быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Был хаҡта күп һанлы тарихи сығанаҡтар ҙа, бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған таштарҙағы яҙыуҙар ҙа һөйләй. Диндең көслөлөгө әүлиә кимәленә тиклем еткән дин әһелдәренән дә күренә. Башҡортостан, шулай уҡ билдәле «Ғәлиә» һәм «Ғосмания» мәҙрәсәләре нигеҙ һалған ислам мәғарифы традициялары менән дә дан тота.
Тап ошо маҡсатта донъянының төрлө төбәгенән ике тиҫтәнән ашыу делегат махсус саҡырылды. Рәсми ҡунаҡтар «Түңәрәк өҫтәл» артында милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу юлдарын барланы. Ул дөрөҫ дини тәрбиә биреүҙән тыш, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу кеүек һорауҙар ҙа күтәрелде. 5-се форумдың тап Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел. Башҡортостан рухи һәм дини үҙәк булыуҙан тыш, республика Ислам донъяһы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек эшен алып бара, тине Радий Хәбиров үҙ сығышында. Хәләл индустрия, этнотуризм, мосолмандар өсөн кейем-һалымдар һанап үтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә.
Өфөлә үткән ике форум да республика иҡтисадына мөһим үҙгәрештәр индереүе ихтимал. Тәүге ултырыш Ислам донъяһындағы көнүҙәк һорауҙарға ҡағылһа, икенсе өлөш дин аша партнерлыҡ булдырыуға ҡайтып ҡалды.
Башҡортостанда, ғөмүмән бар өлкәлә ныҡлы үҫешкән. Шул иҫәптән дини тармаҡта мөһим урын алып тора тип билдәләнде форумда. Бөгөнгө сарала киләсәктә хәләлде бренд кимәленә тиклем күтәреү юлдары ҡаралды. Ул республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек сәнәғәтенән тыш, иҡтисад тармағын да үҙ эсенә аласаҡ.
Бахрейн Короллеге менән мәҫәлән, хеҙмәттәшлек итеү өсөн ике яҡ араһындағы өлкәләр ентекле өйрәнелгәс, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Ә инде «Рәсәй – Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң киләһе ултырышы 2020 йылда Сәғүд Ғәрәбстанында үтәсәк тип билдәләнде.