Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
29 Ноябрь 2019, 15:20

«Берҙәмлектә булһын көсөбөҙ»

Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына быйыл йәш көстәр килде. Мөфтиәткә етәксе итеп Айнур БИРҒӘЛИН һайлап ҡуйылды. Бөгөн дини ойошма үҙенә ниндәй бурыстар ҡуя? Алдынғы ҡарашлы йәш етәксенең киләсәккә ниндәй уй- ниәттәре бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға уның үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Кем ул Айнур Бирғәлин? Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле...
–Учалы районының Баттал ауылында тыуып үҫтем. Күбәләк ырыуы вәкилемен. Уральск мәктәбендә белем алдым. Унда бабайымдарҙа йәшәп уҡырға тура килде. Уларҙың тәрбиәһе тормошома ыңғай йоғонто яһаны.10 – 11-се синыфтарҙы Белорет лицей-интернатында дауам иттем. Һуңынан Рәсәй Ислам университетына уҡырға индем. Дини белемгә ынтылыш көслө булыу сәбәпле, Мысырға уҡырға барырға булдым. «Әл-Әзһәр» уни­верситетының Сәнәүиә институтына уҡырға индем. Әммә уҡыуҙы тамам­ларға насип булманы, был илдә солғаныштар башланғас, сит ил студенттарын өйҙәренә ҡайтар­ҙылар. Ғәрәп телен яҡшы белә инем. Һис икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Студент ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һирәк осраған китаптар бүле­гендә ғилми хеҙмәткәр булып та эшләп алдым. БДУ-ны тамам­лағас, эшҡыуарлыҡ юлынан киттем. 2007 йылдан алып мәсет­тәрҙә дин дәрестәре алып барҙым, Рәсәй мосолман эшҡыуарҙар ассоциацияһының Баш­ҡортостан бүлексәһе менән етәкселек иттем. 2013 йылда «Рамазан» мәсетендә имам булып теркәлдем. Һуңынан Өфөнөң 8 Март ҡасабаһында «Фәтхислам» мәсетен төҙөткәс, шунда имам-хатип булып киттем. Ғаиләлемен, ҡатыным Альбина менән дүрт бала тәрбиә­ләйбеҙ.

– «Әл-Әзһәр» университетында белем алдым, тинегеҙ. Был абруйлы дини уҡыу йортонда күп кенә билдәле шәхес уҡыған. Әле лә ул шул кимәлен тотамы?
– Ҡаһирә ҡалаһындағы «Әл-Әзһәр» университеты – Мысыр­ҙың үҙенсәлекле бренды иҫәп­ләнгән донъялағы иң борон­ғо мосолман уҡыу йорттарының береһе. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, бында уҡырға килгәс, шәкерттәргә уҡырға шарттар тыуҙырылмауы аптыратты. Һы­ланмаған, аҡланмаған стеналар, бетон иҙән, саң-туҙан ҡунған тәҙрәләр, мәңге буяу күрмәгән парталар. Студент­тарҙың уҡыу, йәшәү шарттарына иғтибар юҡ, уҡытыу­сыларҙың хеҙмәте баһаланмай. Әммә мөғәл­лимдәр бик көслө, төплө белем бирә ине. Беҙ уникаль китаптарҙы, боронғо ҡулъяҙ­маларҙы уҡып, белем алдыҡ.
«Әл-Әзһәр»ҙе тамамлау – дини белемгә эйә булыу ғына түгел, әҙәм балаһының дингә ихлас­лығы, ошондағы шарт­тарға түҙемлеге, ҡаҡ­шамаҫ ихтыяр көсө, тип иҫәпләйем.

– Беҙ Һеҙҙе Өфөнөң 8 Март ҡасабаһында мәсет төҙөткән кеше итеп беләбеҙ. Эшҡыуар булараҡ, иман йортон үҙ аҡсағыҙға төҙөттөгөҙмө?
– Нигеҙенә свай ҡаҡҡандан һуң, ышанаһығыҙмы-юҡмы, 100 квадрат метрлы бинаны 3 аҙна 4 көндә сафҡа индерҙек. Иман йорто халыҡтан йыйылған аҡса­ға төҙөлдө. Социаль селтәрҙә, мәсеткә нигеҙ ҡорҙоҡ, ошо төҙөлөшкә аҡса йыябыҙ, тип иғлан биргәйнек, кешеләрҙән иғәнәләр килә башланы. Башҡарылған эштәр, күпме аҡса йыйылыуы, уның нимәгә сарыф ителеүе тураһында даими отчет биреп барҙыҡ. Бөтәһе 1 млн һумға яҡын аҡса йыйылды. Тиҙ генә йорттоң стеналарын күтәрҙек, башын яптыҡ. Евротәҙрәләр ҡуйылды, эске буяу-һылау эштәре башҡа­рылды, йылылыҡ үткәрҙек, иҙәнен йылытыла торған итеп эшләттек. Мәсет төҙөлөп бөтөүгә Рамаҙан айы башланды. Ғәйет байрамына 140-лап кеше йыйылды. Беҙҙең барыһын да асыҡ, әүҙем эш­ләүебеҙ халыҡтың, иман йорто төҙөлөшөнә ярҙам күрһә­теү­селәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер, тип уйлайбыҙ.
Әле уның эргәһендә тағы ла ҙурырағын төҙөргә ниәтлә­йбеҙ.

– Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты етәксеһе булараҡ, ойошманың төп бурыс­тары тип нимәләрҙе иҫәп­ләйһегеҙ? Элек нисек булған һәм хәҙер нимәләрҙе үҙгәрт­тегеҙ?
– Диниә назараты алдында ҡәтғи йүнәлеш, ҡағиҙәләр буйынса эшләү бурысы ҡуйылды. Маҡсатыбыҙ – булған көстәрҙе берләштереү һәм респуб­ли­кабыҙҙа динде үҫтереү йәһә­тенән юғарыраҡ һөҙөм­тәләргә өлгәшеү. Яңы проект­тарға, башланғыстарға иҫәп тотабыҙ. Мәғрифәтселек эшен, урын­дарҙағы иман йорттарына ярҙам итеүҙе йәнләндерергә кәрәк. Хажға барыуҙы ойоштороу бурысы ла бөгөн наза­раттарға йөкмәтелде.
Әле беҙ мөфтиәт һәм район­дар менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Назаратта айырым бүлек булдырып, мәхәлләләрҙе теркәү ябайлаштырылды. Имам­­­дарға эш хаҡы түләүҙе яйға һалдыҡ. Уларға китаптар табып биреүҙе, семинар-курс­тар ойошторорға уйлайбыҙ.
Мөфтөй итеп тәғәйенләнгәс, миңә күп райондарҙа булып, имамдар менән осрашырға тура килде. Улар хөтбәләргә әҙерләнеү өсөн әсбаптар етмәүенә зарланды. Күптән түгел дин әһелдәренә ярҙам йөҙөнән элек нәшер ителгән «Диниәт» журналын тергеҙҙек. Ике һаны сығарылды ла инде. Үҙебеҙҙә дини китаптар ҙа нәшер ителәсәк.
Күрше Ҡазан ҡалаһына ҡарағанда, беҙҙең баш ҡала­быҙҙа мәсеттәр ун тапҡырға аҙ. Күргәнегеҙ барҙыр, хатта дини байрамдарға намаҙ уҡырға килеүселәр унда һыймай ҙа. Беҙ – мосолман республикаһы, баш ҡалабыҙҙа иман йорттарын күберәк төҙөргә кәрәк. Әле был йәһәттән ер бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ.
Ҡөрьән Кәримде лә баш­ҡортсаға яңынан тәрже­мәләп, тәфсирҙәре менән нәшер итергә уйыбыҙ бар.
Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советынан да яҡшы өлгөләр аласаҡ­быҙ. Күрше республикаларҙан ислам динен үҫтереү йәһәтенән күп нәмә өйрәнергә була. Республика етәкселеге тарафынан Өфөнөң Салауат Юлаев прос­пектындағы «Әл-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн дауам итеү ҙә иғтибарға алынды. Мөфтиәт мосолмандар араһында тар­ҡаулыҡҡа, низағ-аңлашыл­маусанлыҡтарға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Әлхәмдүлилла, назарат яңы йәш көстәр менән тулыланды. Был бурыстарҙы ыңғай атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

– Йәштәр хәҙер төрлө дини ағымға эйәрә. Нимәһе менән йәлеп итә һуң улар? Традицион динде нығытыу өсөн артабан нимә эшләргә кәрәк?
– Диндә төрлө йүнәлеш күбәйҙе. Быға сит илдәр менән бәйләнештәрҙең нығыуы, интернет селтәре лә йоғонто яһай. Йәштәр ошо ағымдарға эйәр­мәһен өсөн беҙҙең бурыс – аңлатыу эштәре алып барыу, рәсми динде пропагандалау. Ислам ҡанундарын аңлатырға тейешбеҙ. Үҙебеҙ абруй яула­майбыҙ икән, ситтәр беҙҙең мосолмандарҙы үҙҙәренә ҡара­тасаҡ. Беҙҙең төбәккә хас булмаған, сит ил мәнфәғәттәре файҙаһына эшләгән дин битлеге аҫ­тында йәшеренгән ойошмалар хаҡында ла дөрөҫ­лөктө һөйләргә бурыслыбыҙ. Экстремизмдың дине лә, милләте лә юҡ.

– Беҙҙең дини уҡыу йорттары һөҙөмтәле эшләйме?
– Башҡортостан Диниә назаратына ҡараған өс уҡыу йорто – Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемен­дәге, «Ғәлиә» ислам кол­ледждары, Стәр­летамаҡ ҡала­һында «Нур-Әл-Иман» мәҙ­рәсәһе бар. Урал аръяғы район­дары өсөн Сибай ҡалаһында мәҙрәсә асырға уйлайбыҙ. Студенттарға белем биреү кимәлен күтәреп, әҙер белгес­тәрҙе мәхәлләләргә эшкә урынлаштырыу, эш хаҡы түләүҙе яйға һалыу, уларҙы урындарҙа торлаҡ менән тәьмин итеү хәстәрлеген күрергә кәрәк.

– Мәсеттәрҙең имамдары – ололар. Уларҙың алмашҡа ҡалдырырлыҡ кешеләре юҡ. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәү­селәр мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойоштороу өсөн муллаларҙы хатта күрше ауылдарҙан са­ҡырып килтерергә мәжбүр. Бөгөн ауыл имамдарының бурысы нимәнән ғибәрәт?
– Бөгөнгө көндә ауылдағы мәсетте ҡарау имамдарҙан күп көс, энергия талап итә. Йәштәр был эштә яуаплы ла түгел. Әммә беҙҙә хәл насар түгел, нигеҙ бар. Мәсеттәребеҙ бикле тормай. Ауыл имамы итеп һай­ланған кеше башҡаларҙы ла эйәртә алырлыҡ хөрмәтле, абруйлы, яҡшы ойоштороусы булған, мәғрифәт эштәрен алып барған, рухиәтте үҫтереүгә бар көсөн һалған имам булырға тейеш. Зәҡәт ойоштороу, эш­ҡыуарҙарҙы йәлеп итеп, мохтаж­дарға ярҙам итеү ҙә – уның эше.

– Хәләл индустрия Татарстанда һәйбәт үҫешкән. Ә беҙҙә был йәһәттән эштәр һүлпә­нерәк кеүек. Хәләл ризыҡ кибеттәре һирәк…
– БР мосолмандары Диниә назараты эргәһендә «Хәләл» индустрия үҫеше үҙәге булдырылды. Унда беҙҙең «Хәләл» халыҡ-ара стандарты эксперт-аудиторы Илнур Мөхәмәтйәнов эшләй. Халыҡ-ара кимәлдә эш­ләгән белгес беҙҙә берәү генә.
Халыҡ, хәләл ит, май, колбаса булғанын аңлайбыҙ, хәләл йомортҡа, икмәк буламы ни, тип аптырай. Һәр нәмәнең үҙенең талаптары бар. Мәҫәлән, икмәк ризыҡтары бешергәндә маргарин ҡулланыла. Унда мосол­мандарға хәрәм иҫәп­ләнгән сусҡа майы ҡушыла. Йомортҡаға килгәндә, уны һалған тауыҡтың ризығына, витаминдарына ла беҙгә итен ашарға ярамаған хайуандың майын ҡушалар. Хатта теш йыуған щеткала ла сусҡа йөнө бар. Һыу ниңә хәрәм булһын, тиҙәр. Фильтрҙарға ла был хайуандың элементтары бул­ған нәмәләрҙе ҡушалар…

– Республикалағы дин ҡәр­ҙәш­­тәребеҙгә теләктәрегеҙ…
– Беҙгә иманға килеп, тарҡаулыҡҡа юл ҡуймай, бер фекерле булып эшләргә кәрәк. Йәмғиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә берҙәм булыу шарт. Бүлешерлек бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Кире күренештәргә күберәк иғтибар итәбеҙ, үҙебеҙҙән яҡшыраҡ йәшәгән, матур итеп донъя көтөргә тырыш­ҡандарҙы, уңышҡа ирешкәндәрҙе күрә алмайбыҙ. Күңелдәребеҙҙә кенә, асыу булмаһын, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тыры­шайыҡ.Тормошобоҙҙа изге­леккә, шәфҡәтлелеккә күберәк иғтибар бүләйек, матур ғәмәлдәр менән йәшәү көн­итмешебеҙҙең айырыл­ғыһыҙ өлөшө булһын. Аллаһы Тәғәлә шунда ғына барыбыҙҙың да изге эштәренән риза булыр.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/iman/ber-mlekt-bul-yn-k-s-b-/
Читайте нас в