Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
26 Ноябрь 2019, 17:50

Күрше районда мәсет асылды

Күрше Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы халҡын шатландарып, үткән аҙнала мәсет асылды.

Бер туған Фәхретдиновтарҙың мәсет төҙөү идеяһы 2002 йылда тыуа, проект барлыҡҡа килеү менән уны төҙөүгә рөхсәт алына. 2003 йылда Аллаһ йортоноң тәүге нигеҙ ташы һалына, ә инде 2016 йылда мәсеттең төп көмбәҙе менән манараһы эшләнеп бөткәс, уға Рөстәм менән Радийҙың әсәләре иҫтәлегенә рәсми рәүештә «Бибинур» исеме бирелә. Әлбиттә, мәсет һалыуҙа ауылдаштарҙың ярҙамы ҙур була: кемдер финанс ярҙам күрһәтһә, кемдер эшлекле тәҡдимдәр биргән, ә кемдер яҡшы һүҙ менән дәртләндереп торған.

Был ваҡиға йәмғиәттә рухи ихтыяждың арта барыуы тураһында һөйләй. Күп быуатлыҡ традицияларға ярашлы, мәсет мосолмандарҙың көн дә йыйылыша торған урыны булып тора, бында изгелеккә, шәфҡәтлеккә, берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өндәүсе вәғәздәр яңғырай. Мәсет – ул кешеләрҙе ерҙә именлеккә, тыныслыҡҡа әйҙәүсе иман йорто, сөнки кешеләр бында рухи ярҙам һәм әхлаҡи тәрбиә ала.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: