Шул уңайҙан район үҙәгендәге "Иман нуры" мәсетендә бөгөн Мәүлит байрамына арналған йәмле мәжлес уҙғарылды. Мәсеттең имам-хатибы Тәлғәт хәҙрәт тантананы асып, изге Мәүлит байрамының мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп вәғәз һөйоәне: "Кешелек донъяһында Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған икән. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-енең исем-шәрифе Ҡөрьән китабында килтерелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) – иң һуңғы, заман ахыры пәйғәмбәре. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә был яҡты донъянан китә. Ана шул 23 йыл эсендә: – Ғәрәбстан ярымутрауын мәжүсиҙәрҙән – төрлө һындарға табыныусыларҙан таҙарта һәм бер Аллаға ғына табынырға өндәй. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) башҡарған эштәре, тормош юлы, йәшәү рәүеше, холҡо, сифаттары барлыҡ кешеләргә үрнәк булып тора. Барыбыҙ ҙа өлгө алһаҡ ине. Иншалла. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, һуңғы йылдарҙа динебеҙ иреккә сыҡты. Күпләп мәсеттәр төҙөлә, дин юлында йөрөп, Алланың барлығын, берлеген белеп, иманлы булыусыларҙың һаны арта," – тине ул.
Ысынлап та, әлеге ваҡытта мәсеттә дүрт төркөмдә илленән артыҡ кеше ислам нигеҙҙәре буйынса дәрестәр ала. Сарала йәкшәмбе көндө белем алыусы йәш шәкерттәр сүрәләр уҡып ишеттерҙе. Көндөҙгө һәм киске төркөмдәрҙә уҡыған шәкерттәр матур мөнәжәттәр әйтте.
Артабан Мөғәллим Вахит-хәҙрәт Әхмәҙиев Ҡөрьәндән мәшһүр сүрәләр һәм аяттар уҡыны. Артабан пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) һәм уның туғандары, сәхәбәләренә арнап салауат-шәрифтәр әйтелде.Сараға халыҡ күп йыйылғайны. Бигерәк тә, ошондай мосолман байрамдарында балалар, йәштәрҙең күп булыуы ла ҡыуаныслы хәл.
Тантаналы өлөштән һуң, мосолмандар тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артына үтте. Тәмле былау ашап, баллы сәк-сәктән ауыҙ итеп, күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлашып таралышты улар.