Башҡортостанда пенсионерҙар һәм инвалидтар туристик юллама хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала. 13 ноябрҙән Башҡортостанда субсидия өсөн сертификаттар тапшырыу башлана. Уны Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә алырға мөмкин.