Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
30 Октябрь 2019, 16:25

ӨЙҘӘН СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА

Һәр кис һәм иртә һайын (3 йәки 7 тапҡыр) Бисмилләәһи хәсбийәллааһу тәүәккәлтү ғәләллааһи ләә хәүлә үә ләә ҡуввәтә илләә билләәһ.

"Аллаһ исеме менән! Аллаһ булыуы миңә етә һәм Уға тапшырҙым. Көс һәм ҡеүәт бари тик Аллалалыр.(Әбү Дауыт, Тирмизи, Нәсә`и, "Әл-Әҙҡәр", 24-се хәҙис).


Хәсбийәллааһу ләә иләәһә илләә һүүә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүүә Раббул-ғаршил-ғаҙыым.


"Аллаһ булыуы миңә етә. Унан башҡа илаһ юҡ. Тик ул ғына бар. Уға тапшырҙым. Ул бөйөк Әл-Ғәрштең Хакимы".


Бисмилләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғәсмиһи шәй`ун фил-арды үә ләә фиссәмәә`и үә һүүәс-сәмиғиғүл-ғалиим.


"Аллаһ исеме менән. Ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә Уның исеме менән зыян килтерә алмаҫ. Ул Ишетеүсе һәм Белеүсе". Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: