Аллааһүммә әнтә Раббини ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә ләә ҡуввәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһу кәәнә үә мәә ләм йәшә`ин ғилмән үә әхсаа күллә шәй`ин ғәдәдәә. Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә мин шәрри нәфсии үә мин шәрри күлли дәәббәһ. Әнтә әәхыҙун бинәәсыәтиһәә. Иннә Рабии ғәләә сыраатын мустәҡыым.
"Эй, Аллам! Һин минең Раббым һәм Һинән башҡа иләһ юҡ. Тик Һин генә бар. Һиңә һыйынам. Һин Бөйөк Әл-Ғәрштең хужаһы. Бөтә көс-ҡеүәт Аллаһта, Ул әл-Ғәлий һәм әл-Ғәҙыым. Аллаһ насип иткән нәмә -- булыр, Аллаһ насип итмәһә -- булмаҫ. Беләм, Аллаһ бөтөн нәмәнән дә көслөрәк һәм Аллаһ үҙенең ғилеме менән бөтөн нәмәне солғап алған. Аллаһ бөтә нәмәнең иҫәбен Белеүсе. Эй, Аллам! Үҙемдең һәм башҡаларҙың яуызлығынан Һиңә һыйынам. Һин уларҙың барыһының маңлайынан тотоп тораһың (барыһының да тәҡдире Һинең ихтыярыңда). Шуныһы хаҡ -- Раббым хаҡ юлдан алып бара".
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мухәммәдин үә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим. Йәә ғуддәтии ғиндә шиддәтии үә йәә ғәүҫии ғиндә күлли мусыыбәтии үә йәә хәәфиҙыы ғиндә күлли бәлиййәтии үә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә әәлиһи үә сәллим.
"Эй, Аллам! Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) менән уның сәхәбәләренә фатиха бир!
Эй, миңә ауырсылыҡта таяныс булыусы!
Эй, миңә хәсрәттә ярҙам итеүсе!
Эй, мине бәхетһеҙлектән һаҡлаусы!
Эй, мине бәләләрҙән ҡурсалаусы!
Эй, Аллам! Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) менән уның сәхәбәләренә фатиха бир!"Һаҡмар гәзитенән.