Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
30 Октябрь 2019, 16:15

ДИНДЕҢ ТӘРБИӘ МӘСЬӘЛӘҺЕ

Бөтә диндәрҙең -- ислам диненең бигерәк тә -- төп маҡсаты -- кешене кеше итеп тәрбиәләү. Донъя көткәндә, ғүмер иткәндә әҙәм булып йәшәү кеүек оло вазифаны етенә еткереп үтәй белергә өйрәтеү юлы менән бәндәне, бөтә кешелекте ҡараңғылыҡтан яҡтыға, нурға сығарыу өсөн Аллаһ тарафынан тапшырылған бойороуҙар һәм тыйыуҙар мәсьәләһе ул.

"Исламдың бер нәмә менән дә керләнмәгән асыл мәғәнәһен аңлатып биргән китаптар менән танышҡандан һуң исламды ҡабул иткән бер ғалим тураһындағы тарих хәтергә һеңеп ҡалған, -- тип аңлата "Бына был инде ислам!" исемле хеҙмәт авторы Мөхәммәд Ғәли Ғәбуши, -- Көнбайышта йәшәгән был кешенең ислам күңелен арбап, елегенә үтеп ингәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, уға теле менән генә мосолманмын тип йөрөгән, ғәмәлдәре менән дингә яҡын да тормаған кешеләр менән яҡындан танышып, аралаша башларға тура килә. Шул ваҡыт ул Аллаһҡа шөкөр итеп ҡулдарын күккә күтәреп: "Әл-хәмдү лил-ләһ! Ошо "мосолмандар" менән таныштырғанға тиклем үк мине ислам менән таныштырған Аллаһҡа маҡтау!" -- тип доға ҡыла.

Был инде ислам кеүек бөйөк дин тураһында иң күркәм тәьҫир ҡалдырырлыҡ, иң яҡшы фекер тыуҙырырлыҡкешеләр бөтөп бара тигәнде аңлатмай, улар күп, улар арта ла бара, ләкин донъя бутап йөрөгәндәр ҙә аҙ түгел.


"Мин, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһим-сәләм, күркәм холоҡҡа күркәмлекте тағы ла өҫтәп тороу, уны иң камил бер дәрәжәгә күтәреү өсөн ебәрелдем. ғәрәптең ғәжәмдән йәки ғәрәп булмағандарҙан өҫтөнлөгө юҡ, өҫтөнлөгө булһа ла, үҙенең тәҡүәлеге менән генә өҫтөн. Һеҙҙең арағыҙҙан иң яҡшыһы - холҡо күркәм булғаны. Шуға ла Ҡиәмәт көнөндә лә ғәмәлдәр үлсәүендә күркәм холоҡтан да ауырыраҡ тарҡаны булмаҫ".


Әлбиттә, бәндә фәрештә түгел. Уның тәбиғәте лә төрлө зәғифлектәр менән тулы, аҙашып киткән саҡтары була, нәфсе ҡотҡоһона ла бирелеп китә, хаталарҙан да хали (буш, азат) түгел. Әммә хаталанып киткән саҡтарҙа ла улар тәүбә итә белә. Тәүбә итә белгәндәр - бәндәләрҙең иң яҡшылары", - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.


Ҡайһы ваҡыт нимә менәндер үҙен ҡыйын хәлдә ҡалдырған дуҫына ла үпкәләп ала: "Һин минең дуҫым түгел, бынан һуң мин һине белергә лә, күрергә лә теләмәйем", - тип ысҡындыра яҙып ҡуя, ләкин тыйылып ҡала. "Ул да бит кеше. Минең дә хаталанған саҡтарып бар. Хаталанғанымды аңлап ҡына туҡтап ҡалам", - тип Аллаһ хаҡына дуҫын ғәфү итә.

Ҡөрьәнде һәм Сөннәтте белергә кәрәк, - ти автор. Белергә теләгән кешегә Ҡөрьән менән Сөннәт етә." "Яҡшы һүҙең, ғәфү итә белеүең битәрләй-битәрләй кемгәлер саҙаҡа биреүҙән яҡшыраҡ", - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

"Әгәр ҙә кеше исламды ҡабул итеп, ҡабул иткән дине яҡшыраҡ булып ҡалһа, Аллаһ уның элек эшләп йөрөгән һәр төрлө гөнаһын ярлыҡар һәм аҙаҡ һәр яҡшылығына ун тапҡырҙан ете йөҙ тапҡырға тиклем арттырып әжерен бирер. Эшләгән гөнаһына ғына - әгәр уны Аллаһ ярлыҡамай ҡалған булһа - язаһы арттырып бирелмәҫ".


Әнәс ибн Маликтан риүәйәт булып ҡалған бер хзәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең: "Күңелендә арпа бөртөгө тиклем генә яҡшылығы булған хәлдә: "Лә иләһә Илләл-лаһ!" - тип әйткән кеше утта ҡалмаҫ һәм күңелендә бойҙай бөртөгө тиклем генә яҡшылығы булған хәлдә: "Лә иләһә Илләл-лаһ!" - тип әйткән кеше уттан сығарылыр", - тигән һүҙҙәре килтерелә.


"Эй, иман килтергән бәндәләрем! Ярҙам эҙләһәгеҙ сабырлыҡҡа һәм намаҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Аллаһ бит Ул сабырҙар менән бергә".


"Бәлә-ҡазаларға юлыҡҡанда: "Беҙ бит ысынлап та, Аллаһ ҡолдары, ҡайтыр еребеҙ ҙә Уның хозурына", - тип торған сабыр кешеләрҙе һөйөндөрөр.


Аллаһтың ризалығын алған, Уның рәхмәтенә һәм ярлыҡауына лайыҡ булған, тура юлды тапҡандар ана шулар".
"Бәҡара", "Һыйыр" сүрәһе, 153, 155, 156-нсы аяттар.
"Бәндәләрҙең Аллаһ ғәҙел булыуын теләй. "Аллаһ биргән нәсихәттәр бит улар ниндәй ҙә гүзәл!"
"Ән-Ниса", "Ҡатын-ҡыҙҙар" сүрәһе, 58-се аят.
"Башҡаларҙы яҡлап йөрөгәндә кешенең ниәте яҡшы булһа, яҡшылыҡтан үҙенә лә өлөш ала; кешеләр эшен яманлыҡҡа юрап йөрөһә, был яманлығы үҙе өсөн ауыр йөк булып ҡалыр. Аллаһ Ул бөтә нәмәгә яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла.

"Һеҙгә сәләм биргән кешегә үҙе кеүек үк йә булмаһа үҙенән дә яҡшыраҡ итеп сәләм бирегеҙ. Һәр нәмәнең Аллаһ иҫәбен алып ҡына тора".
Шул уҡ сүрә, 85-86-сы аяттар.
"Эй, иман килтергән бәндәләрем! Рөхсәт һорамай һәм сәләм бирмәй тороп кеше өйөнә барып инмәгеҙ. Был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Был нәсихәтте, бәлки, иҫегеҙҙә генә тоторһоғоҙ. Әгәр ҙә инде бер кем дә булмаһа, рөхсәт булғанға тиклем унда инмәгеҙ. "Китегеҙ!" - тиһәләр, китегеҙ. Быныһы һеҙҙең өсөн тағы ла яҡшыраҡ..."
"Нур" сүрәһе, 27-28-се аяттар.
"Өс нәмәне Аллаһ һис кенә лә һөймәй: һүҙ йөрөрөү һәм ғәйбәт, малды тәләф итеү, күп төрлө һорауҙар бирергә ғәҙәтләнеү".

"Ауыр хәлдә ҡалғандарҙы ауырлыҡтан ҡотҡарығыҙ, ас йөрөгәндәргә ризыҡ бирегеҙ, ауырыуҙарҙың хәлен белеп тороғоҙ".

"Күреп тораһың, үҙенең мәрхәмәт-шәфҡәте, мөхәббәте, бер-береһенә теләктәшлек күрһәтә белеүе менән мосолмандар бер тән кеүек: тәндең ҡайһы ғына ере ауыртһа ла, бөтә тән уға йоҡоһоҙлоҡ һәм ҡыҙыулыҡ күтәрелеү менән яуап бирә".

Сәләх Суҡбаев,

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла.

("Дин - ул нәсихәт" китабынан алынды).Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: