“Бөрйәнебеҙҙе республикабыҙға тоташтырып торған оло юл эсендә ултырған иң беренсе ауылдың кешеләре тырышлығы, берҙәмлеге, оҫталығы менән данлы. Уҙған быуат аҙағындағы яңы иҡтисади ҡоролошҡа ла тәү сиратта мәһәҙейҙәр яраҡлашҡан. Үҙҙәре бер матур дәүләттәй, Бөрйәнебеҙ “ҡапҡаһы”нда һис бер ваҡыт зарланмай, уныһы-быныһы юҡ тип көрһөнмәй, урам буйында бушты юҡҡа ауҙарып, хәбәр һатып, ваҡыт уҙғарып йөрөмәйенсә, хәстәрлекле хужалар булып, төйәктәрен матур итеп тотоп йәшәй белә мәһәҙейҙәр”, – тип яҙғайны журналист Дилбәр Ишморатова бер яҙмаһында. Тап ошо көндө Бөрйән районы йылъяҙмаһын тулыландырып, Мәһәҙей ауылында иман йорто үҙ ишектәрен асты.
Белем усағы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан мәсетебеҙ нур сәсеп ултыра. Изге ғәмәлгә юл ярыусы – эшҡыуар, Афған һуғышы ветераны Фәнис Сәйәхов. Ул мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, ир-ат күмәкләп бура бурап, нигеҙ ҡороп, күтәреп ҡуйҙы. Артабан тышҡы һәм эске эштәргә төрлө оҫталар йәлеп ителде.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, егерменсе быуат баштарында ауылда мәсет була. (1912-1914 йылдарҙа урыҫтар завод төҙөү өсөн урын эҙләп, ауылға килеп, халыҡты ҡурҡыта башлай. Килгән өс инженерҙы ауыл халҡы тотоп, баҙға бикләй һәм мәсеттәрен Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылына бер төн эсендә күсереп ҡуялар. Улар ниндәй генә хәлдәрҙә лә мәсетте шулай һаҡлаған). Мәһәҙейҙәге мәсеткә Ғөбәйҙулла олатайҙы Әбйәлилдең Ҡаҙмаш ауылынан ғаиләһе менән күсереп алып килеп, указлы мулла итеп тәғәйенләйҙәр. Бик уҡымышлы кеше була ул, халыҡҡа, шул иҫәптән йәш быуынға дини тәрбиә биреүгә күп көс һала.
Ошо юлды лайыҡлы дауам итеү, олатаһының изге уй-ниәттәрен ныҡлап бойомға ашырыу өсөн бер аҙ ҡырҙа йөрөп ҡайтҡан, 2006 йылда үҙ эшен асып, аяҡҡа баҫҡан ауылдың шәхси эшҡыуары, Байназар ауыл Советы депутаты Фәнис Сәйәхов мәсет төҙөтөү тураһында уйлана башлай. Ул – ”Бөрйән” урман-эшкәртеү йәмғиәте ағзалары Наил Рәхмәтуллин (мәрхүм), Фәнүр Әлмөхәмәтов, Сабир Хәсәнов менән кәңәшләшеп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр. Ағасты Ф. Сәйәховтың эшселәре Илшат Шаһимәрҙәнов менән Хәбир Хәсәнов әҙерләй. Ә бураны Байназар ауылы кешеләре Зәбир Ҡарағолов, Радик, Рафиҡ Салауатовтар, Ғәлиулла Байназаров, Ғәйәз Ғәлин бурай. Нигеҙен ҡороп, күтәрешеүгә ауылым тип янған ир-азаматтар өмәгә сыға. Ә уларҙы ҡыш көнө ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр сос ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Таңһылыу Әҙелгәрәева, Һәҙиә Хәсәнова, Фатима Шәғәлина, Сәжидә Абдрахманова тәмле аштары менән һыйлай. Мәсет манараһын һәм башын ябыуҙы, стенаны тыш яҡтан буяу эшен Нәби ауылынан Илһам Ибәтуллин үҙенең улдары Хәләф һәм Иҙел менән башҡара. Манараның айын Әбйәлилдә йәшәгән ауылыбыҙ кейәүе Шәрифйән Ғәлин яһап бирә. Ишек, тәҙрәләрҙе, фронтон, кәрнизде Тимер ауылы оҫтаһы Сәғит Аллабирҙин эшләй. Иҙән-түбәне, эстән стеналарҙы йышыуға, утынлыҡты, бәҙрәфте эшләүгә Байназар ауылынан Илдар Дәүләтшин оҫталығын һала. Мейесте ауылыбыҙ оҫтаһы Азамат Ишемов сығарып ҡуя. Йылытыу торбаларын Тәлғәт Ҡоҙашев менән Наил Дәүләтшин үткәрә. Мәсеттең тирә-яғын кәртәләүгә өмә үткәрелә. Унда күп кенә ауылдаштар теләп ҡатнаша. Мәсет өсөн ауыл халҡынан 12000 һум аҡса йыйыла, Һарғая егете Фәнүр Әлмөхәмәтов та аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Бына шулай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күмәк көс менән төҙөлгән мәсетте асыу тантанаһы “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙарының сәләмләү сығышы менән башланып китте. Шәкир Хәсәнов хәҙрәттең ейәне – йәш мәзин Илдар Хәсәнов башҡарыуында аҙан тауышы яңғыраны. Шунан урындағы мосолман дини ойошмаһының имам-хатибы – рәйесе Шәкир хәҙрәт Хәсәнов изге Ҡөрьән Кәримдән аяттар бағышланы. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғайса Хәлитов халыҡты изге байрам айҡанлы ҡотланы һәм мәсет төҙөүҙә тос өлөш индергән Илһам Ибәтуллин, Илдар Дәүләтшин, Фәнүр Әлмөхәмәтов, Сабир Хәсәнов, Рөстәм, Фәнис Сәйәховтар, Таңһылыу Әҙелгәрәеваға Бөрйән районы Советының һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарын, ә Сәғит Аллабирҙинға, Артур Аҫылбаевҡа, Руслан Ғарифуллинға, Илшат Шаһимәрҙәновҡа, Иҙел Ибәтуллинға, Шәрифйән Ғәлингә Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте, мәсеткә бүләген бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, матур тантана айҡанлы халыҡты ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл” юбилей миҙалы менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Һәҙиә Хәсәнованы бүләкләне.
Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов Ҡөрьән бағышланы һәм мәһәҙейҙәргә иман йорто асылыу уңайынан матур теләктәрен еткерҙе, был изге йортҡа халыҡтың йөрөүен теләне. Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, район Советы депутаты Баязит Сәйәхов, күрше район имамдары, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа изге теләктәрен еткерҙе.
Бына шулай һәр беребеҙ өр-яңы мәсетебеҙгә изге теләктәребеҙ менән аяҡ баҫтыҡ, хәйер-саҙаҡалар биреп, бүләктәребеҙҙе өләштек. Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов бик матур вәғәздәр әйтте, хәҙистәр һөйләне.
Мәсеттән сыҡҡас, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарау мөмкинлеге булды. Ауылдаштарыбыҙ Алһыу һәм Фәнис Сәйәховтар, Әбйәлил районынан ауылдашыбыҙ Айһылыу һәм кейәүебеҙ Шәрифйән Ғәлиндәр ошо матур көндө ҡорбан салдырып, ҡаҙандар аҫып, мул табын ҡороп, ҡәрҙәштәребеҙҙе һыйлап, изгелек ҡылды. Изге ғәмәлдәре үҙҙәренә сауап булһын тип, ил-йортҡа именлек теләп таралышты ҡунаҡтар.
Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ – олоһо, йәше, кесеһе дингә ныҡлап ылыға башланы. Бөрйәндең “тупһаһы”нда урынлашҡан яңы мәсет оло юлдан үткән, районыбыҙға ҡунаҡҡа килгән һәр кемде сәләмләп ҡаршылай, фатиха биреп оҙатып ҡаласаҡ хәҙер. Иман бар ерҙә, иншаллаһ, ырыҫ-бәрәкәт, ҡот тағы ла артырына шик юҡ.