Ауылдың имам-хатибы Йосоп Үҙәнбаев әйтеүенсә, 2016 йылда күмәкләп йыйылып, төйәккә иман йорто кәрәклеге мәсьәләһен күтәрәләр. Тәҡдимде берҙәм хуплап, һәр ғаилә ҡулынан килгәнсе матди ярҙам күрһәтә, изге эштән ҡырҙа эшләгән һәм йәшәгәндәр ҙә ситтә тороп ҡалмай. Әйткәндәй, элек тә Ғүмәрҙә таш мәсет булған, совет осоро йылдаранда ул емерелгән.
Халыҡтың әүҙем һәм берҙәм булыуы эште тиҙ арала башҡарырға ярҙам итә. Әҡсән Үҙәнбаев атлы уҙаман мәсет өсөн 7х8 ҙурлыҡтағы бура бирә, уға янлап төкәтмә ултыртыла. Хәмзә Үҙәнбаев иман йортоноң манараһын төҙөүгә ярҙам итһә, уның айы Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың кәңәше менән эшләтеп алына.
Һиҙиәтулла Үҙәнбаев төкәтмә һалыуҙың бар сығымын үҙе ҡаплай. Ауылдың аҡһаҡалы Йосоп Үҙәнбаев, урындағы депутаттар Әҙеһәм Әхмәтйәнов, Айгиз Йәрмөхәмәтов даими килеп ҡарап, төҙөүселәргә кәңәшен бирә, барынса ярҙам итә. Әйткәндәй, ауылдағы берҙән-бер эшҡыуар Айгиз Йәрмөхәмәтов мәсет төҙөүҙә үҙ транспортын да, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй, иң төп бағыусыларҙың береһе булып тора.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Бергәләшеп изге эште атҡарып сығып, ауылды нурға, иманға күмәсәк мәсетте асыу тантанаһында Ғүмәрҙән сыҡҡан, ошонда йәшәгән барлыҡ халыҡ, райондың иман-хатиптары һәм башҡа бик күп мосолман ҡәрҙәштәр ҡатнаша. Альбина һәм Әҙеһәм Әхмәтйәновтар, Рима һәм Сөләймән Үҙәнбаевтар ҡорбан салдырып, йыйылған кешеләрҙе ҡорбан ашы менән һыйлай. Яңы асылған иман йортонда Азамат атлы сабыйға исем ҡушыла.