Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
28 Сентябрь 2019, 19:02

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

- Хәләл булмаған ризыҡ ашаған­дарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.


- Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға на­сар доға ҡылмағыҙ. Алланың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәт­тәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ.


- Эшләмәйенсә доға ҡылғандар ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булыр.


- Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр, яманлыҡтарынан тыйылып, тәүбә итмәгәненә үкенеп бөтә алмаҫ.


- Берәүҙең күңелендә орлоҡ хәт­лем тәкәбберлек булһа, йәннәткә инмәҫ.


- Рәнйетелгән кешенең бәд­доға­һынан ҡурҡығыҙ, уның доғаһын Аллаға барып ирешеүҙән тотҡарлап ҡала алырлыҡ бер пәрҙә лә юҡ.


- Аҙға ла ҡәнәғәт бул – мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән ҡотол – тыныс булырһың, тыйылғандан ты­йыл – иманың саф булыр.


- Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йә­шәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көн­ләшмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгәнде, тейештер, тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ. Хоҙайҙың биргәнен бер мәлдә генә юғалтыу бер ни тормай.


Читайте нас: