Был хәл уның улы менән килененә оҡшамай. Ҡарттың хәле юҡлығына ышанмайҙар, уны һаҡһыҙ ҡыланыуҙа, әрпешлектә ғәйепләйҙәр. Шуға ла ҡартты үҙҙәре менән бергә өҫтәл артына түгел, ә иҙәнгә айырым ултырта башлайҙар.
Ҡарттың ейәне Хәсән был хәлгә бик ныҡ борсола, атаһы менән әсәһе әрләмәһен тип, олатаһына ярҙамлашырға тырыша.
Бер саҡ ҡарт ашап ултырғанда тәрилкәһен төшөрөп вата. Улы менән килене уға тағы ла нығыраҡ асыулана. Ошонан һуң ҡартҡа ашты пластик тәрилкәлә бирә башлайҙар.
Ул тәрилкәләрҙе, ғәҙәттә, йыуып тормағандар, ташлап барыр булғандар. Быны күреп торған Хәсән әсәһенә былай ти:
– Әсәй, был тәрилкәләрҙе ташлама, улар киләсәктә миңә кәрәк буласаҡ.
– Ниңә кәрәк булыр тиһең улар һиңә?
– Һеҙ ҡартайғас, мин дә һеҙгә ашты ошо тәрилкәләрҙә һалып бирермен бит, - ти Хәсән.
Әсәй менән атайға үҙ ҡылыҡтары өсөн оят булып китә. Улар ошонан һуң ҡартты тағы ла өҫтәл артына ултырта башлай.
Әгәр ҙә был ҡарттың улы менән килене ата-әсәгә күрһәтелгән изгелек кешене Ожмах ҡапҡаһына килтереүсе иң яҡшы сифат икәнен белһә, улай йәмһеҙ ҡыланмаҫ ине.
Пәйғәмбәребеҙ нисек яҡшы әйткән:
«Ата-әсәһен шатландырған кешегә Аллаһ рәхимле, ә ата-әсәһен ҡыйырһытҡанға Аллаһтың асыуы төшөр».