Асыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, күпселек тауыш менән пленум мөфтөй вазифаһына берҙән-бер кандидатты, әлеге ваҡытта рәйес вазифаһын башҡарған Айнур хәҙрәт Бирғәлинды күрһәтергә ҡарар итте, тип хәбәр иттеләр Идаралыҡтан.
Бирғәлиндың кандидатураһы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының VIII отчет-яңынан һайлау съезы делегаттарына ҡарауға тәҡдим ителә. Сара 16 октябрҙә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1354904-v-ufe-edinstvennym-kandidatom-na-post-muftiya-bashkirii-vydvinut-aynur-birgalin-/