Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
17 Сентябрь 2019, 16:45

Бәхет

Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортона йәйҙең бер матур көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың бер ауылынан яңыраҡ ҡына әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер йәш кенә егетте алып килделәр.

Был егет үҙ аяҡтарында йөрөй алмай ине, уны носилкала ятҡан килеш күтәреп керттеләр. Иҫерек көйө өй башынан ҡолап төшкән дә, бүтән инде аяҡтарына баҫа алмаған икән. Азат исемле был егетте шунда уҡ табиптар, интернат эшселәре, йәш кенә хеҙмәткәр ҡыҙҙар уратып алды. Документтарын тикшерә, һорауҙар бирә башланылар. “Һин үҙең менән нимәләр алып килдең?”, “Коляскаға ултыра алаһыңмы?”, “Коляскаң бармы?” һ.б. Азат, ябай ауыл егете, был йәш ҡыҙҙарҙы күреп, ояла-ояла ғына яуаптар ҡайтара. Һәм бер табип ҡыҙыҡай: “Ә һин туалетҡа үҙ аҫтыңа йөрөйһөңмө, әллә юҡмы?” - тип һораны. Азат, был һорауҙы ишетмәгәндәй, оятынан бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Егеттең башынан бик күп уйҙар үтте ошо ваҡыт эсендә. Эх, шул ваҡыт эсмәгән булһам ине! Илһам ағайҙың, ауылдағы имамдың: “Эсмә, Азат, эсмә, эсеү яҡшылыҡҡа алып бармай,” - тигән һүҙҙәрен тыңлаған булһам ине! Теге табип үҙ һорауын өс-дүрт тапҡыр ҡабатлағас ҡына, егет, ишетелер-ишетелмәҫлек итеп: “Эйе, үҙ аҫтыма,” - тип яуап ҡайтарҙы.


Күпме йәш егеттәребеҙ шулай иманһыҙлыҡтан юҡҡа сыҡты! Улар тиҙ генә үтеп китә торған был донъяла ла һәм мәңгелектә – ахирәттә лә бәхет күрә алмаясаҡ. Был донъяның яратылыуының төп мәғәнәһе ул – һынау. Кешеләр өсөн бик ҙур имтихан. Күптәр бер яҡшылыҡҡа, бер насарлыҡҡа ынтылалар, бер ярҙан икенсе ярға һуғылалар. Хатта бөгөн беҙҙең йәштәребеҙ яҡшы эштәрҙән көлөп, насар эштәрҙе яҡшы тип һанай башланылар. Кеше көндәр буйы донъя артынан йүгереп, һәр ваҡыт донъя тураһында уйланып, борсолоп, “Ҡасан? Нимә? Күпме?” - тигән һорауҙар менән башы ҡатҡан. Үҙ-үҙе менән маҡтаныуҙы, байлыҡты, көнләшеүҙе һөйгәндәр хурлыҡҡа батыр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә әйтә: “Әгәр ҙә Әҙәм балаһының ике тау алтыны булһа, ул өсөнсө тауҙы теләп йөрөр ине. Уның туймаҫ күҙҙәрен ер туйҙырыр. Ә тәүбә ҡылыусыларҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер” (Бохари йыйынтығынан). Шуға күрә һәр кеше көн һайын уйланып, үҙ-үҙенә һорауҙар биреп торорға тейеш: Бөгөнгө көнөм нисек үтте? Мәңгелек өсөн бөгөн нимә эшләнем? Ҡайҙа китеп барам мин? Аллаһы Тәғәлә минең менән риза булһын өсөн ошо минутта, ошо сәғәттә, көндә, тотош ғүмеремдә нимәләр эшләнем? Аллаһы Тәғәлә мине ғәфү итерме?


Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ урыныбыҙҙы белгебеҙ килһә, үҙебеҙҙең йөрәктә Аллаһҡа бирелгән урынды ҡарайыҡ. Беҙ Аллаһты йыш иҫкә төшөрәбеҙме? “Кемдәр Аллаһты баҫып торған килеш тә, ултырып та, ятҡан килеш тә иҫкә алалар һәм күктәрҙең, ерҙең яратылышы тураһында уйланалар һәм: “Йә Аллаһ! Һин бөтә был нәмәне бер ҙә юҡҡа яратмағанһың, Һин – Бөйөк! Беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!” - тиҙәр”, - тиелгән Ҡөръәндә Аллаһты йыш иҫкә алыусылар тураһында (“Ғимран ғаиләһе” сүрәһе, 3:191).


Был донъяның мәғәнәһен аңлап, үҙҙәренең нәфселәрен тыя алыусылар – бәхетле кешеләр, улар – тура юлдан барыусылар. Аллаһтан һынау рәүешендә берәй бәлә килһә лә, улар борсолмайҙар. Шатлыҡ килһә, артыҡ шатланмайҙар, ә Аллаһҡа меңләп шөкөр ҡылалар. Ә тик бер Аллаһҡа ғына шөкөр ҡылғандарға Аллаһ тағы ла күберәк арттырып ҡайтарыр. “Күрәһегеҙме, Минең ҡолом тик Миңә генә шөкөр ҡыла!” - тип маҡтанып әйтер Ул Үҙенең фәрештәләренә.


Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә былай ти: “Кем үҙенең яҙмышы менән ҡәнәғәт, шул кеше генә был донъяла бәхетле була алыр”. Ә Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәр менән ҡәнәғәт булмаған кеше, ғүмер буйы донъя күләгәһе артынан йүгереп йөрөр ҙә, Аллаһтан йырағайып, үҙе үҙен мәңгелек ғазапҡа ташлар. “Мин һеҙҙе ғазапҡа ташламайым, һеҙ үҙегеҙ үҙегеҙҙе унда ташлайһығыҙ,” - ти Аллаһы Тәғәлә Үҙенең Ҡөръән китабында. Меңләп, миллионлап халыҡ утҡа китеп барған саҡта, беҙҙең, мосолмандарҙың йөрәктәре әрней, һыҙлай. Әммә кешеләр күрмәй, уларҙың күҙҙәре һуҡыр, ҡолаҡтары ишетмәй, йөрәктәре ҡапланған. Азат һымаҡ күпме егеттәребеҙ эсеп, туңып, аҫылынып, үҙҙәре үҙҙәрен мәңгелек утҡа ташланылар? Ахирәтте уйламай, донъя артынан ғына ҡыуып, күпме кеше бөгөн Ҡиәмәт көнөн көтөп, ҡәбер ғазабын кисерә? Бер алтын киҫәген генә алғанда да, ул алтын киҫәге меңләп йыл бер кешенән икенсе кешегә күсеп килгән. Һәр береһе уны үҙенеке, үҙенеке генә тип йәшәгән. Кемдер бер көн уға хужа булған, ә кемдер – бер йыл, ә кемдер ошо алтын өсөн үлеп тә киткән. Әммә һәр береһе Ҡиәмәт көнөндә ул алтын өсөн яуап бирәсәк. Нисек уны тотонған? Зәҡәт түләгәнме? Хәләлгә сарыф иткәнме әллә харамғамы?


Был донъяла һәм теге донъяла бәхетле булыр өсөн, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) былай тигән: “Был донъя эштәрен шундай итеп алып барығыҙ, әйтерһең дә, һеҙ бында мәңгегә ҡаласаҡһығыҙ. Ә теге донъя, ахирәт, эштәрен шундай итеп алып барығыҙ, әйтерһең дә, тиҙ арала хәҙер үлеп китерһегеҙ һымаҡ.” Аллаһы Тәғәлә Үҙ ҡолонан: “Эй, ҡолом, Мин һинең менән булдым, ә һин кем менән булдың?” - тип һорар. Әгәр ҙә кем дә кем үҙенең Аллаһы Тәғәлә алдындағы урынын күрәһе килһә, уның йөрәгендә, ғүмерендә Аллаһ ниндәй урын алып тороуын ҡараһын. Ул Аллаһты йыш иҫкә аламы, әллә онотоп бөттөмө? Кем дә кем Аллаһты онотһа, Аллаһ уны үҙ-үҙен оноттортор, юҡҡа сығарыр.


Ахирәт өсөн бер нимә лә эшләнелмәй үткән ваҡыт – ул ҙур бер юғалтыуҙыр, ул юғалтыуҙы ҡайтарыуы бик ауыр һәм ҡыйын. Ғүмер дәфтәрен киренән яҙып булмай. Әйткән һүҙҙе лә кире ҡайтарып булмаған кеүек. Ул туранан-тура ахирәткә оса. Ихлас күңелдән ҡылынған тәүбәләр генә Аллаһтың беҙҙе ғәфү итеренә өмөт бирә.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм): “Үлгәндәр араһында үкенмәгән бер кеше лә юҡ,” - ти. “Йә, рәсүлүллаһ, нимәгә үкенәләр һуң үлгәндәр?” – тип һорағандар сәхәбәләр. Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм: “Әгәр ҙә кеше иманлы булған булһа, ул тағы ла күберәк сауаплы эштәр эшләп ҡалмағанына үкенер, ә кем насар, гонаһлы булһа, ул тура юлға баҫмағанына, тәүбә ҡылмағанына үкенер” (Тирмизи йыйынтығынан).


Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләмдең сәхәбәһе Әбү Дарда (Аллаһ унан риза булһын) шундай һүҙҙәр әйтеп ҡалдыра: “Кешеләр донъя малына батырҙар, тип ҡурҡам. Уларҙың ғилеме аҙ булып, ризыҡтары күп булһа, аҙғынлыҡ артыр. Шундай замандар етер: үҙенең дуҫына: “Әйҙә, үлем килмәҫ борон, ураҙа тотоп ҡарайыҡ,” - тип кәңәш иткән кеше иң яҡшы һәм иманлы кеше булыр; ә үҙенең дуҫына: “Әйҙә, үлем килмәҫ борон, күңел асып, байрам итеп ҡалайыҡ,” - тигәне иң насары булыр”. Һәм бөгөн, ысынлап та, күпселек йәштәребеҙҙән шундай һүҙҙәр ишеткән бар: имеш, “Бөгөнгө көн менән генә йәшә”, “Был донъяла барлыҡ нәмәне лә татып ҡарарға кәрәк” һ.б. Былай тип йәшәгән кешеләр бәхетле була алырмы? Йәштәребеҙ, балаларыбыҙ, улай “бөтә нәмәне лә” татып ҡарағандан һуң, был һаҙлыҡтан сыға алырмы? Тәүбәгә килергә, ислам динен ҡабул итергә өлгөрөрҙәрме? Күптәр өлгөрмәне, һәм күптәр өлгөрә алмаясаҡ. Күршеләребеҙ, халҡыбыҙ эсеп, аҫылынып йөрөгән саҡта үҙебеҙҙе бәхетле тип һанай алабыҙмы беҙ? Беҙҙең яҡындарҙы, туғандарҙы, балаларҙы мәңгелек утҡа ташлаған саҡтарында беҙ бәхетле була алырбыҙмы?..


Йә Раббым! Беҙгә Ҡөръәнең менән Мөхәммәт пәйғәмбәреңдең сөннәтен ҡайтарһаң ине! Ике донъя бәхетен бирһәң ине! Туғандарыбыҙҙы, күршеләребеҙҙе, халҡыбыҙҙы үлем килеп уятҡансы, Үҙең уятһаң ине, тура юлға баҫтырһаң ине.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: