Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
12 Сентябрь 2019, 12:45

Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылған махсус курс дини белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя

Йыл һайын Башҡорт дәүләт педагогия университеты тиҫтәләрсә кешене тәғлимәтле итә. Уҡыуҙар өс айға иҫәпләнгән. Бөгөнгө дәрес балалар өсөн мосолман лагерын асыуға арналды. Уның үҙенсәлектәре, ниндәй маҡсатта эш ителәсәк кеүек һорауҙар уртаға һалып һөйләшелә.

Уҡыусылар командаларға бүленеп әңгәмәләшә. Ислам нескәлектәренә төшөнөүселәр араһында Ишембай районынан Зөлфиә Ғүмәрова ла бар. Ул мәғариф өлкәһенә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Шуға ҡарамаҫтан ул әле лә белемен камиллаштырыу өҫтөндә.


Уҡыу-уҡытыу ҙа тик бының менән генә сикләнмәй. Артабан, алған белемдәрен улар үҙ төбәгендә таратасаҡ. Юғары уҡыу йортондағы курс ошо маҡсатта ойошторолған да инде. Өс айлыҡ белем алғандан һуң, диплом менән бергә Ислам этикаһы, психология, хрестоматия кеүек махсус әсбаптар бирелә.


Дини психологияны белмәй тороп, кемгәлер нәсихәт өйрәтеү урынһыҙ, тип билдәләй диндарҙар. Шуға ла белемле булыу зарур. Ислам тәғлимәттәренә өйрәтеүсе курстарҙың ойошторолоуы республика мәсеттәрендә дөрөҫ дини тәрбиә биреүгә лә ҡайтып ҡала.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: