Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
29 Август 2019, 08:21

ХӘҘИСТӘРҘӘ АХЫРЫЗАМАН БИЛДӘЛӘРЕ

*Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.*Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.

*Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.

*Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.

*Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе.

*Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.

*Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.

*Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр.

*Күңелдәр бер-береһен һөймәй торған була, диндә һәм донъяуи ҡараштарҙа һәм эштәрҙә һәр төрлө ҡараштар килеп сыға, хатта ағай-энеләрҙең диндә һәм мәҙһәбтә ҡараштары төрлөсә булыр.

*Ололар мәрхәмәтһеҙ, ә кеселәр хөрмәтһеҙ булырҙар, балаларҙы тәрбиәләү көсөктәрҙе тәрбиәләүҙән дә ҡыйынлашыр.

*Ваҡыт ҡыҫҡарыр: бер йыл бер ай ҡеүек, бер ай бер аҙна, бөр аҙна бер көндәй үтеп китәлер, ә бер көн иһә бер япраҡ яныуы ҡәҙәр тиҙ үтер һәм һис нәмәлә бәрәкәт ҡалмаясаҡ.

*Донъя эштәрен теләп Әхирәт онотолор, һәм Аллаһтың китабы менән хөкөм итеү ғәйеп хисапланыр. Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: