Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
9 Август 2019, 14:01

Үҙ ваҡытының имамы

Күккә ашҡан Тәтер-Арыҫлан мәсете манаралары ауылдың лайыҡлы биҙәге булып тора. Туҡтап, һоҡланмайынса ошо матур архитектура төҙөлөшө эргәһенән үтеп китеү мөмкин түгел. Уның ҡеүәте һәм матурлығы ҡунаҡтарҙы һәм ошо ауылда булған һәр кемде йәлеп итә. Мәсеткә килергә теләүселәр өсөн уның ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш. Бының өсөн йәш имам-хатип Илдар хәҙрәт яуаплы.

Уға бала саҡта уҡ ҡырсында ғәрәп хәрефтәрен яҙыу оҡшай, был ҙур түҙемлелек һәм иғтибарлылыҡ талап итә. Дингә ылыҡтырып, ата-әсәһе уға тормошта үҙ тәғәйенләнешен табырға ярҙам итә. Әммә шунда уҡ түгел. Илдар Фәттәхов мәктәптән һуң тегеү ҡоролмаһы операторы һөнәрен үҙләштерә. Фабрика ябылыу сәбәпле, 2010 йылда эшкә урынлаша алмай. Ағаһы уға исламға хеҙмәт итеү юлын һайлап, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә уҡырға инергә кәңәш бирә. Бында килгәс, яңылышмауын аңлай. Дини әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы арта, билдәле дин әһелдәре менән осрашыуҙан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар күңелендә ҡала. Мәҙрәсәнән һуң ул Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университетына уҡырға инә. Йәш имам Тәтер-Арыҫлан ауылына практика үтергә килә, ул ваҡытта иҫке мәсет була әле. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ауыл халҡының ярҙамсыһына, дини ҡанундарҙы үтәү үрнәгенә әүерелә. Университетта алған бөтә белемен ул ябай халыҡҡа еткерә. Уҡыған ваҡытта Илдар хәҙрәт үҙенең ата-әсәһе Резида Таһир ҡыҙы менән Хәйҙәр Мәжит улы Фәттәховтар өсөн дә ислам донъяһын аса. Бөгөн улар Буҙат ауылында донъя көтә,көнөнә биш тапҡыр намаҙға баҫа, ураҙа тота һәм ислам ҡанундары буйынса йәшәй.

Бөгөн Илдар хәҙрәт яңы Тәтер-Арыҫлан мәсетендә имам булып хеҙмәт итә. Уның төп бурысы - халыҡты рухи тәрбиәләү. Ярҙамсыһы Фәнис Шәрифулла улы Ибраһимов менән улар кешеләргә Аллаһ Тәғәлә юлына баҫырға, дингә ышанырға, миһырбанлыҡ өсөн йөрәктәрен асырға ярҙам итә. Мәсет тәтер-арыҫландар өсөн рухи-әхлаҡи үҙәккә әүерелә, ә һөнәри кимәлдә дини белем алыу имамға мәҙрәсә асырға булышлыҡ итә. Ҡышын киске ваҡытта бында дингә ышаныусылар «Ҡөрьән белеме» һәм «Ислам нигеҙҙәре» буйынса яңы белем артынан килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙрәткә кәңәш һорап һәм тынысланыр өсөн мөрәжәғәт итә. «Мәсеткә кемдәр күберәк йөрөй, ир-егеттәрме йәки ҡатын-ҡыҙҙармы» тигән һорауыма Илдар хәҙрәт:

«Нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың күбеһе беҙгә яҡлау эҙләп, йәки күңелен бушатырға килә. Сөнки бөгөн уларҙың күптәре бөтә хужалыҡтарын тиерлек үҙҙәре тарта. Уларға иртәнән кискә тиклем баш-көллө эшкә һәм проблемаларына сумырға тура килә. Аралашыу һәм мәсеткә йөрөү уларға күңел тыныслығы табырға ярҙам итә», тип яуап бирҙе.

Имамдар менән берлектә ауыл биләмәһе хакимиәте имен булмаған кешеләр менән профилактик саралар алып бара. Имам ошондай кешеләр менән әхлаҡи-тәрбиәүи әңгәмә үткәрергә тырыша, уларҙы тәртипле тормош алып барырға саҡыра. Бындай хеҙмәттәшлек ыңғай һөҙөмтә бирә. Улар араһында төҙәлеү юлына баҫыусылар ҙа бар. Илдар хәҙрәт йәштәргә лә тормошҡа дин аша ҡарауҙарын теләп мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистиканан күреүебеҙсә, элекке заманалар менән сағыштырғанда, йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Уның әйтеүенсә, өс никахтың береһе генә һаҡланып ҡала. Был хәүефле факт. Бөгөн йәш егеттәргә замана тормошона яраҡлашып, дин нигеҙҙәрен аңлау зарур. Сөнки ул тик яҡшыға ғына - ғәфү итергә, түҙемле, миһырбанлы, изгелекле, яҡындарыңа хәстәрлекле, әхлаҡи һәм физик яҡтан таҙа булырға өйрәтә....

Үҙенең 33 йәшендә Илдар хәҙрәт шәхси ҡаҙаныштары менән дә ғорурлана ала. Уҙған йылда ул «Иман нуры» дини конкурсында юғары оҫталығын күрһәтеп, мөнәжәттәр башҡарыуҙа еңеүсе була. Музыкаль белеме булмауға ҡарамаҫтан, Ҡөрьән уҡығанда уның тауышын профессионалдар башҡалар араһында билдәләй. Йәш имам Исламға хеҙмәт итә, мосолмандарҙы берләштереүгә һәм уларҙың рухи үҫешен нығытыуға булышлыҡ итә. Ғаилә ҡорорға һәм буласаҡ йәмәғәте менән Мәккәгә хаж ҡылырға уйлай.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.

Һүрәттә: Фәнис Ибраһимов, Илдар хәҙрәт Фәттәхов Тәтер-Арыҫлан ауылының «Ибраһим ғәләйһис-сәләм» исемендәге мәсете янында.
Читайте нас: