Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
7 Август 2019, 14:39

ҠОРБАН – БӨЙӨК БАЙРАМ

Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше яңы тыуған сабый бала шикелле гонаһтан таҙарына, уның күңеле, рухы яҡтыра. Әлбиттә изге ерҙә миллионлаған мосолман ҡәрҙәшеңде осратыу, уларҙың ғибәҙәттәрен, доғаларын, күҙ йәштәрен күреү ихлас кешегә тәьҫир итмәй ҡалмай.

Ә әлегә хаж ҡылмаусы мосолмандар Зөлхизә айының башында икенсе төрлө эш башҡара – Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан сала. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. хәҙисендә былай тип әйтелгән: “Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан салыу”.

Был хайуан Ҡиәмәт көнөндә үҙенең мөгөҙ тояҡтары һәм тиреһе менән (үтәлгән ғибәҙәттең шаһиты булараҡ) киләсәк. Ҡорбандың ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөрмәҫ борон уҡ Раббыбыҙ ҡаршыһында оло урын аласаҡ. Ҡорбан салыу мотлаҡ тип һанала, сөннәт ғәмәл тип әйтеүселәр ҙә бар. Әммә беҙҙең өсөн Ҡөрьәндә: “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, – тиелгән (Әл-Кәүҫәр сүрәһе, 2-се аят).

Быйыл 11 август – Ҡорбан ғәйете. Ә Тәшриҡ көндәре 9-13-ө Зөлхизә. 9-сы Зөлхизә Ғәрәфә көнө. Ғәрәфә көнөнөң иртәнге намаҙынан башлап 13-сө Зөлхизәнең икенде намаҙына тиклем һәр фарыз намаҙҙан һуң: “Аллаһу әкбәр. Аллаһу әкбәр. Ләә иләһә илләл-лаһу үәл-лаһу әкбәр. Үә лилләһил хәмд” тип тәҡбир әйтелә. 11 август – Ҡорбан ғәйете. Байрамды иртәрәк башлау хәйерле. Мәсеттәрҙә иң алда имам Ҡорбан ғәйетенә бағышлап вәғәз һөйләй. Унан инде халыҡ йыйылып бөткәс, имам ике рәҡәғәт ғәйет намаҙын үткәрә. Намаҙҙан һуң ғәрәп телендә хөтбә уҡыла. Һәм намаҙ тамам булғандан һуң ҡорбан салына. Намаҙға тиклем салынған ҡорбан, ҡорбанлыҡтан үтмәй. Ҡорбан ғәйете өс көн дауамында бара. Өсөнсө көндөң аҡшам намаҙына хәтлем ҡорбан салыу дөрөҫ һанала. Ләкин тәүге көн хәйерлерәк, сауаплыраҡ.

Ҡорбан итеп һарыҡ, кәзә (1 йәшлек), һыйыр малы 2 йәшлек) алына. Бер һарыҡ – бер кешегә. Һыйыр малы – ете кешегә бағышлап боғаҙлана. Малдың һау-сәләмәт, көр булыуы мотлаҡ. Аҡһаҡ, ауырыу, һуҡыр, мөгөҙө һынған, ҡолағы иң һалынып яртыһынан күберәк ҡырҡылған булһа – ярамай. Көйҙөртөлгән мал ҡорбанға ярай. Ҡорбанды мәрхүмдәр исеменән салыу ҙа дөрөҫ. Ҡорбанға салынған малдың ите өс өлөшкә бүленә. Бер өлөшө ғаиләңә, фәҡирҙәргә, етемдәргә һәм күршеләреңә. Өй хужаһы бешереп саҡырып ашатһа ла дөрөҫ.

Ҡорбанлыҡ малын алдан тәғәйенләп ҡуйыу хәйерле.

Хөрмәтле мосолмандар! Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәүселәрҙең хаждары ҡабул булһын. Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә ғибәҙәттәребеҙ бәрәктендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, мәхәлләләребеҙгә, Ватаныбыҙға һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Аҙашҡандарға тәүфиҡ, ғилем алыусыларға файҙалы ғилемдәр, ғаиләләребеҙгә тигеҙ мөхәббәт, сабыйҙарыбыҙға бәхетле балалыҡ, ил етәкселәренә зирәк аҡыл, халҡыбыҙға хәйерле хеҙмәттәр, илебеҙгә, көнөбөҙгә, тыныслыҡтар насип булһын.

"Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас: