Сөнки өйләнешеү – нәҫелде арттырыу, балалар үҫтереүҙең иң гүзәл юлы, ата-әсәлек хисенең һәм тойғоһоноң бары тик ғаиләлә генә барлыҡҡа килеүен күрһәтеүсе, яуаплылыҡ, рәхимлелек-шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ-мәрхәмәтлек кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләүҙәге етди аҙым. Өйләнәсәк егетеңде, кейәүгә сығасаҡ ҡыҙыңды икең генә күреп белеү түгел, ә, бәлки, ата-әсәң, туған-тыумасаң һәм ҡәрҙәштәрең дә белергә тейеш. Ғөмүмән, никахтың тирә-йүнгә мәғлүм булыуы шарт. “Бер һарыҡ һуйып булһа ла туй итегеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.). Ләкин йәштәргә өгөт-нәсихәт һәр ике яҡтың ата-әсәләре тарафынан өйләнешкәнсе һеңдерелә, эш уҙғас, йәғни туйҙан һуң ир-ҡатын араһындағы мөғәмәләрҙе «өйрәтеү», йәш ғаиләнең эске эштәренә тығылыу күп ваҡытта никахтың боҙолоуына килтерә.
Йәш ғаиләнең оло ҡыуанысы — сабыйҙың донъяға тыуыуы. Бала – Аллаһтың кешегә биргән иң ҙур бүләге. Иң тәүҙә уның һәр ағзаһы бөтөн, зиһене теүәл булып донъяға килеүенә шөкөрана ҡылыу фарыздыр. Ә артабан, тыуған көндән башлап бер көнгә лә һуңламай, уны тәрбиәләү – ата-әсәнең мөҡәддәс бурысылыр. Бер көндө файҙаһыҙ юғалтһаң, ул көндө һис нисек тә кире ҡайтарып булмай — был хәҡиҡәт. Балаңа бөгөн бирә торған тәрбиәң иртәгәгә ҡалһа, иртәнән һуң бирә торғаны һуңлай. Ә ваҡыт шул тиклем ҡырыҫ, һис тә кирегә ҡайтмай. Тик үтеп кенә тора. Шулай булғас, ҡәҙерле балаңа тәрбиә биреүҙе һис бер көнгә лә һуңлатмау кәрәк, ул бит беҙҙең киләсәк. Алдағы көндәрҙә шатлығың да, ҡайғың да үҙеңдән тора. Балаға ниндәй үрнәк күрһәтһәң, ул шуны ғына үҙенә һеңдерә. Үҙең эсһәң, ул да эсергә өйрәнә, урлаһаң, ул да уғры, ата-әсәңде ҡартайған көндәрендә тәрбиәләмәһәң, ул һиңә лә изгелекһеҙ булыр. Бына ошоларҙан сығып фекер йөрөтһөн ине ғаиләләр. Баланы нисек итеп тәрбиәләү хаҡында ул тыуғансы күпкә алданыраҡ әҙерләнә башлау зарур. Беҙҙең арала бер милләт бар – ул йәһүдтәр. Улар тап шулай эш итә лә. Балаһы тыумаҫтан алда, матди һәм рухи тәрбиә нигеҙен ҡора, йортон һала. Ә балаһы тыуғас, бер генә минут, сәғәтен дә бушҡа үткәрмәй, тәрбиәләй, һәм күрәһегеҙ, улар араһында сәрхүштәр, наркомандар, уғрылар, асарбаҡтар бармы? Һәр кем үҙ һығымтаһын үҙе яһаһын.