Тарихҡа килгәндә, 1926 – 1928 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының “Диәнәт” тип аталған баҫма органы булған. Ошо уҡ осорҙа шул исемдәге дини-белем биреү журналы сыҡҡан. Быйыл Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең тәҡдиме буйынса журналды тергеҙергә ҡарар ителде.