Һеҙҙең һорауға килгәндә, ата-әсәгә үҙ улдарына алтындан эшләнгән биҙәүестәр һәм, шулай уҡ, ебәктән (русса – шёлк) кейем кейҙерергә тейеш түгел. Был ҡанун түбәндәге билдәле хәҙистән килә: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ уң ҡулына – ебәк, ә һул ҡулына алтын алған да: «Был ике нәмә – минең өммәтем ир-аттары өсөн харам», — тигән (Әхмәд, Әбү Дауыт, Ән-Нәсәи, Ибн Мәджәһ хәҙис йыйынтыҡтарынан, яҡшы хәҙис). Йәғни, ир балаларын алтындан-ебәктән кейендереп, ата-әсә, һөҙөмтәлә, үҙ өҫтөнә гонаһ ала, тип һығымта яһарға ҡала. Ә егет кеше үҙе бик тә бик теләй икән, көмөштән, еҙҙән дә бына тигән биҙәүестәр тағып йөрөргә мөмкин.
Иғтибар: бөтә был тыйыуҙар һәм сикләүҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ҡыҙ балаларға ҡағылмай.
Өшкөртөлгән әйберҙәргә килгәндә инде, ул үҙе айырым ҙур һорау, шуға күрә уға айырым берәй мәҡәлә менән яуап бирербеҙ, ин шә Аллаһ.
"Ваҡыт" гәзитенән.
Фото: Яндекс.ру