Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
20 Июль 2019, 20:46

Ашау әҙәбе

Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаевтың "Балаларға әҙәп ҡағиҙәләре" китабынан ҡайһы бер яҙмаларын тәҡдим итмәксебеҙ.

Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуырға кәрәк.

"Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулыңды йыуһаң, ашаған ризығың бәрәкәтле була", -- тип әйткән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ("Әбү Дауыт һәм "әт-Тирмизи риүәйәтендә).

Тағы: "Кем үҙенең йортона Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен теләй, ашар алдынан да, ашағандан һуң да йыуынһын", -- тип әйткән (Ибн-Мәжәһ һәм "әл-Бәйхаҡы риүәйәтендә).

Ашарға тотонғанда "бисмилләһи" тип, ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә "әлхәмдү лилләһ", тип маҡтауҙар әйтергә кәрәк.


Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Әгәр ашарға тотонһағыҙ, иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнең исеме менән", -- тип ахырында әйтегеҙ, тигән. Ашап эскәндән һуң ул: "Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман иткән Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтауҙарыбыҙ булһын", - тигән доға уҡығын.

"Һаҡмар" гәзитенән.

Читайте нас: