Кешене гонаһтан арындырыр.
Саҙаҡа бәләләрҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуыр.
Саҙаҡа биреү бер мосолмандың күңелен шатландырыр, ғәмәлдәрен биҙәр.
Саҙаҡа бирелгән мал бәрәкәтле булыр, саҙаҡа биргән кешенең ризығы киң булыр.
Саҙаҡа ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утына күләгә булыр, саҙаҡа биргән кеше ҡиәмәт эҫелеген күрмәҫ.
Саҙаҡа биргән кешенең ҡиәмәттә хисабы еңел булыр.
Саҙаҡа биргән кешенең изгелеге яуызлыҡҡа ҡарағанда мизанда(үлсәүҙә) ауырыраҡ тартыр.
Саҙаҡа биргән кеше ғазаптан ҡотолор.
Хәйер биргән кешенең ожмахта дәрәжәһе артыҡ булыр.
Хәйер биреүҙә, доға уҡыуҙа Аллаһы Тәғәләнең ризалығы булыр, шайтанға ҡаршылыҡ ҡылыныр .
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең ҡатыны Ғәйшәне : “ Эй, Ғәйшә! Үҙеңде Алланан һатып ал, уның ғазабынан йәнеңде ҡотҡар. Ярты хөрмә емеше менән генә булһа ла, саҙаҡа бир. Был саҙаҡа менән мал кәмемәҫ”, - тип иҫкәрткән.
Фани донъяларҙа изгелектә ярышайыҡ, мохтаждарҙы һөйөндөрәйек. Хәлебеҙҙән килгәнсә биргән саҙаҡабыҙҙа оло бәрәкәт булыр.