Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
5 Июль 2019, 12:05

Нурмөхәмәт хәҙрәт биргән һабаҡтар

Нурмөхәмәт хәҙрәттең вафатына ете көн дә үтеп китте...

Шулай ҙа оло дини остазыбыҙҙың арабыҙҙа юҡлығын һаман да ҡабул итеп булмаған саҡ. Уны мәңгелеккә оҙатырға килгән көллө халыҡтың йөҙө күҙ алдынан китмәй. Сикһеҙ оло юғалтыу һағышы ине ҡараштарҙа. Һүҙһеҙ ҙә аңлашылды: уларҙың һәр береһенең яҙмышында ниндәйҙер – ҙурмы ул, бәләкәйме – өлөшө булған мөфтөйҙөң.

Эйе, йыһандай киң ине Нурмөхәмәт хәҙрәттең күңеле. Унда барлыҡ диндәштәренең, халҡының яҙмышы, тормош-көнкүреше, ынтылыштары, уй-кисерештәре, тойғолары, серҙәре һыйғандыр. Остазыбыҙ менән аралашып йәшәгән һанһыҙ күп кеше араһында булыуым менән бәхетлемен.


...Нурмөхәмәт хәҙрәт менән яҡындан танышыуым 2013 йылдың февраль башында булды. “Башҡортостан” гәзитендә аҙна һайын “Йома вәғәзе” тигән рубрика алып барыу, унда мөфтөйҙөң төрлө тема буйынса һөйләгәндәрен тәҡдим итеү эше миңә ғинуарҙа уҡ ҡушылғайны. Ошо ғәмәлгә тотонорға ниәтләп кенә йөрөгәндә бер туған ҡустымды юғалттым... Утыҙ йәшен яңы тултырған, йәшәүгә дәрте ташып торған типһә тимер өҙөрлөк яҡынымдың ҡара ҡайғыға һалыуы, уның алты айлыҡ ҡыҙсығының атайһыҙ ҡалыуы, атай-әсәйемдең, туғандарымдың бөгөлөп төшөүе... Тап ошондай сикһеҙ ауыр мәлдә яҡындан таныштым мин Нурмөхәмәт хәҙрәт менән. Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Юғиһә нисек күтәрер инем ул ҡайғыны – әйтә алмайым...


Мөфтөй шул ҡәҙәр ябай, ихлас, иғтибарлы. Өндәшмәһәң дә, барыһын да күреп, белеп тора һымаҡ. Шуғалыр ҙа, гәзит өсөн вәғәз алырға килгән тәүге көндә үк әлеге хәлем тураһында уға барыһын да һөйләп бирҙем.


Артабанғы көндәрем шулай үтте: аҙна һайын дүшәмбе йә шишәмбе Диниә назаратына юлланам, мөфтөй һәр саҡ иң тәүҙә ҡустыма аят уҡый, аҙаҡ төрлө дини мәсьәлә буйынса вәғәз һөйләй, мин яҙып барам. Ә бүлмәһе эргәһендәге сират... Һәр кемде ихлас ҡабул итә, һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә, аңлата, имамдарҙы атайҙарса ҡаты шелтәләп тә ала... Шуға ла сират еткәнен көтөп икешәр сәғәт ултырған ваҡыттар ҙа булыр ине.


Ғәжәп киң белемле мөфтөй вәғәздәрен төрлө өлкәләрҙән миҫалдар килтереп һөйләр ине. Ҡапыл үҙеңә һорау биреүе лә ихтимал. Күберәк химия, физика, астрономия буйынса. “Белмәйем” тип әйтергә уңайһыҙланғас, беренсе тапҡыр “эйе, беләм” тигән булғайным. Ә ул тотто ла ошо турала киңерәк һөйләүемде һораны. Шундағы оялыуым... Ҡабат бер ваҡытта ла белмәгәнемде беләм тип ауыҙ асманым.


Ғөмүмән, бындай һабаҡтарҙы күп бирҙе Нурмөхәмәт хәҙрәт. Мәҫәлән, бер мәл редакцияға килгән ағайҙарҙың береһе “мин, Ҡөрьәнде тотошлай белгән кеше булараҡ...” тип үҙе хаҡында байтаҡ нәмә һөйләп киткәйне. Уның тураһында мөфтөйгә ғорурланып әйтеп ҡуйҙым. Изге китапты тулыһынса белә бит һуң! Ә Нурмөхәмәт хәҙрәт был ғорурлыҡ хисемде бер һөйләм менән генә һүндереп ҡуйҙы: “Әллә... Мин үҙем былай Ҡөрьәндең “ҡ” хәрефен генә өйрәнеп киләм шикелле...”


“Беләм” тигән һүҙҙе үҙһенмәне ул. “Өйрәнәм” тине. “Белем – икһеҙ-сикһеҙ даръя, ә әҙәм балаһы уның ситендә тамсылап һыу эскән ҡош кеүек”, – тиер ине вәғәздәрендә. "Беләм" тиеүҙе тәкәбберлек менән бер рәткә ҡуя торғайны.


Ҡырға командировкаға, мәсет асыуға, йыйылыштар үткәреүгә йыш йөрөһә лә, Нурмөхәмәт хәҙрәт аҙналыҡ вәғәздәрен бер ваҡытта ла ҡалдырманы. Һуңғы сиктә телефон аша булһа ла һөйләр ине. “Изге ниәттә башланған эш бала һымаҡ – уны хәстәрләп үҫтерергә кәрәк. Ташлау – гонаһ”, – тиер ине. 2014, 2015 йылдарҙа ауыр операция үткәргәнендә лә “Йома” гәзите вәғәзһеҙ ҡалманы – алдан хәстәрләп, ике-өсәүҙе бер юлы һөйләп инер ине дауаханаға. Уның ошондай оло яуаплылығы арҡаһында “Йома вәғәзе”, “Мөфтөй яуап бирә” рубрикалары 2013 йылдың февраленән 2018 йылдың майына тиклем аҙна һайын донъя күрҙе, бер ваҡытта ла төшөп ҡалманы. Был яҙмаларҙы туплап, ике тапҡыр китап та сығарылды.


Нурмөхәмәт хәҙрәт тураһында хәтирәләрҙең иге-сиге юҡ... Араларынан йәнә берәүһе менән бүлешмәй булдыра алмайым. Күптәрҙең хәтерендәлер, 2013-2014 йылдарҙа Иглин ҡасабаһынан Зөлхизә Бәхтиева яман шешкә ҡаршы көрәште. Ул минең яҡын әхирәтем ине. 2014 йылдың авгусында Германиянан химия терапияһы курсы үтеп ҡайтҡас, Зөлхизәнең теләге шул булды: “ Шул ҡәҙәр аят-доғалар тыңлағым килә... Матур, ихлас итеп уҡылғанды. Нурмөхәмәт хәҙрәт килә алмаҫ инеме икән?”


Мөфтөй шунда уҡ ризалашты һәм, ошо мәлдә мөмкин булһа тип, ваҡытын билдәләне. Тәғәйенләнгән көндә аятҡа барҙыҡ. Хәҙрәттең доғаларын йән дарыуы кеүек ҡабул итте Зөлхизә, хәл ингәндәй булды үҙенә. Аят уҡып бөткәс, мөфтөй һорап ҡуйҙы: “Мосолман календары буйынса бөгөн ниндәй көн әле?” Шул ваҡыт Зөлхизә ҡапыл терт итеп ҡалды. “Зөлхизә айының беренсе көнө бит бөгөн... – тип тулҡынланып шыбырланы ул. – Юҡҡа түгелдер был, хәҙрәт... Шәбәйәсәкмен!..”


Аҙаҡ асыҡланыуынса, мөфтөй тәүҙән үк уйлап, зөлхизә айының беренсе көнөнә туралап барған икән. Ҡәҙерле әхирәтемә баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ошолай ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла өмөт, ышаныс биргәне өсөн мәңге рәхмәтлемен уға.


...Халҡына, диненә туҡтауһыҙ хеҙмәт итте Нурмөхәмәт хәҙрәт. Ышаныслы, ныҡлы терәк-таяныс, ҡалҡан кеүек булды. Яңғырауыҡлы, ҡоро һүҙҙәрҙән ситтә тороп, хаҡ юлға тоғролоғон эше, ғәмәлдәре менән раҫланы. “Аллаһ бөтөнөһөн дә белә, барыһы ла – тик Уның хөкөмөндә”, тиер ине. Даръялай изге ғәмәлдәрен Раббыбыҙ ҡабул итһен, халҡының рәхмәттәре, йылы хәтирәләре рухын һәр саҡ яҡтыртып торһон. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә, Нурмөхәмәт хәҙрәт!


Читайте нас: