Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
24 Май 2019, 10:56

Имамдарҙың сираттағы осрашыуы Ҡабыҡҡыуышта үтте

Һәр квартал һайын район имамдары проблемаларҙы тикшереү өсөн ауылдарҙың береһендә йыйыла. Сираттағы ошондай осрашыу 17 майҙа Ҡабыҡҡыуыш ауылында үтте. Унда, имам-хатибтарҙан тыш, район Советы секретары Айгөл Мусаҡаева, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район прокуроры Максим Валиков, имам-мөхтәсибтәр Зөфәр хәҙрәт Биктимеров һәм Ғәлинур хәҙрәт Шиһабетдинов, БР буйынса Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлексәһе инспекторы Зинфир Ханнанов ҡатнашты.

Сараны асып, Ҡабыҡҡыуыш ауылы имам-хатибы Мансур Сөйәрғолов барыһын да йылы сәләмләп, изге Рамаҙан айы менән ҡотланы һәм семинарға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Һәр изге эште Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөүҙән башлаған кеүек, бында ла ул Ҡөрьән аяттарын уҡыны. Бынан һуң Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әхмәтов ауыл биләмәһенең ҡайһы бер күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Артабан имам-мөхтәсиб Зөфәр-хәҙрәт Биктимеров сығыш яһап, имамдарға уларҙың эштәренең мөһимлеге тураһында һөйләне. Имам, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе булараҡ, мәсеттәрҙә намаҙ уҡыуҙан тыш, халыҡ араһында эш алып барырға тейеш тип билдәләне ул. Шулай уҡ имамдарҙың, шәхес булараҡ, йәмғиәттә үҙ-үҙен тотоуы кеүек мөһим темаға туҡталып үтте. Уның әйтеүе буйынса, дин менән таныш булмаған кешеләрҙең күбеһе өсөн имам, уның үҙ-үҙен тотоуы, кешеләр менән мөғәмәлә итеүе ислам диненең йөҙө булып тора. Бынан тыш, Зөфәр хәҙрәт Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты йәш имамдарҙың хеҙмәт хаҡына квартал һайын аҡса бүлергә ҡарар итеүен хәбәр итте, тик мәсеттәрҙең документтары талаптарға тура килеү төп шарт. Ваҡыт үтеү менән Үҙәк Диниә назараты тарафынан мәсеттәрҙе ремонтлауға ла аҡса бүлеү ҡаралған.

Имам-мөхтәсиб Ғәлинур-хәҙрәт Шиһабетдинов имамдарҙың эшенең мөһимлеге, халыҡ араһында һәм йәмғиәттә яҡшы мөхит тыуҙырыуҙа уларҙың баһалап бөткөһөҙ өлөшө тураһында һөйләне. Сығыштарынан һуң Зөфәр-хәҙрәт һәм Ғәлинур-хәҙрәт имамдарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Дини мәсьәләләр өсөн яуаплы район Советы секретары Айгөл Мусаҡаева учреждениеларҙың алтаҡталарын әҙерләп ҡуйыу һәм документтарын рәсмиләштереү мәсьәләләренә туҡталып үтте. Һәр семинарҙа ошо турала һүҙ алып барылыуға ҡарамаҫтан, ергә һәм төҙөлөшкә теркәлеү документтары булмаған мәсеттәр бар. Айгөл Рим ҡыҙы ауыл биләмәләре башлыҡтарының имамдарға ошо проблеманы хәл итеүҙә ярҙамлашыуҙарын үтенеп һораны.

Осрашыуҙа шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашлығында саралар үткәргән ваҡытта мәсеттәрҙә янғын хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ алып барылды. Был турала БР буйынса Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлексәһе инспекторы Зинфир Ханнанов һөйләне.

Осрашыуҙан һуң унда ҡатнашыусылар Ҡабыҡҡыуыш ауылы паркында төрлө емеш ағастары ултыртты (һүрәттә).

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: