Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
23 Ғинуар 2019, 16:27

Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

«Бисмилләһир-рахманир-рахим. Үә йәшфи судура ҡаумим- мүмининә үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүбиһим».Мәғәнәһе: «Рәхмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһы Тәғәлә иманлы бәндәләрҙең күкрәктәренә шифа бирер. Күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр».

«Йә әййүһән- нәс. Ҡад жәткүм мәүғиҙатүн мир-раббикүм үә шифә үл-лимә фис-сүдүри үә һүдәү – үә рахмәтәл – лил-мүъминин».

Мәғәнәһе: «Эй, кешеләр Һеҙгә Раббығыҙҙан өмөт һәм күңелдәрегеҙҙә булған нәмәнән шифа килде һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде».



«Үә нүнәззилү минәл – Ҡуръәни мә һүә шифәүн үә рахматуллил- мүъминин».

Мәғәнәһе: «Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне индерәбеҙ».

"Йәшлек" гәзите.
Читайте нас: