Аллаһы Тәғәлә бойороғо менән фәрештәләр кеше сүрәтенә лә инә ала. Ябраил фәрештә, мәҫәлән, Мәрйәм алдында күркәм егет сүрәтендә, бәйғәмбәр ҡаршыһына иһә ҡоңғорт-ҡара сәсле, күҙҙең яуын алып торған аҡ кейемле егет булып килә. Ибраһим һәм Лут ғәләйһис-сәләмдәргә килгән фәрештәләр ҙә кеше сүрәтендә була. Уларҙа енси айырмалыҡтар ҙа, ашау-эсеүгә ихтыяж да юҡ. Бөтә хеҙмәте – Алланы зекер итеү (иҫкә алыу), бер ҡаршылыҡһыҙ Уның бойороғон үтәп тороу. Кешеләргә: “Эсеңдән генә Раббыңды зекер ит”, – тип кәңәш бирә Ҡөрьән. Фәрештәләр ҙә кис һәм көндөҙ Алланы маҡтап тәсбих әйтә.
З.Йәһүҙина. "Йәшлек" сайтынан.