Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Тәлғәт хәҙрәт йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, вәғәз һәм доғалар уҡыны.
Мөғәллим Вахит хәҙрәт Әхмәҙиев был донъянан үтеп, мәңгелеккә күскән яҡындарыбыҙҙың, атай-әсәйҙәребеҙ, инәй-бабайҙарыбыҙҙың рухтары шат булһын тип, туғандарыбыҙ балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ иҫән-имен булып, үҙ-ара дуҫлыҡта, хөрмәттә, бәхетле тормош кисереүебеҙҙе теләп Ҡөрьәндән мәшһүр сүрәләр, аяттар уҡығас, беҙ үҙебеҙ ҙә доғалар ҡылдыҡ.
Мәсетебеҙҙе тергеҙеүҙә күп көс һалған әһелдәрҙең исемдәре маҡтап телгә алынды. Бигерәк тә 8-10 йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың мөғәллимәләре менән Ҡөрьәндән тырышып сүрә-аяттар уҡыуҙары һоҡландырҙы.
Мәсеттең 2-се курс шәкерттәренә эйәреп бөтә йәмәғәт менән Пәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтеү ҙур тантана булып яңғыраны.
Миңнур абыстай Бикмөхәмәтова динебеҙҙә тоғро булып, мәсетебеҙҙе яратып ғүмер иткән, хәҙерге ваҡытта мәрхүм мөәмин-мөәминәләрҙең исемдәрен ишеттереп, доғаларыбыҙҙың улар рухына ирешеүҙәрен теләне. Матур эстәлекле мөнәжәттәр әйтелде.
Изге байрамыбыҙҙы ойоштороусыларға, мул итеп һый-ризыҡтарҙы өйҙәрендә, мәсеттә әҙерләп ҡунаҡ итеүселәргә ҙур рәхмәттәр әйтеп, һәммәбеҙгә иҫән-имен булып алдағы байрамдарыбыҙҙа осрашыуыбыҙҙы теләп, мәжлесебеҙҙе тамамланыҡ.
Рәфҡәт БАСЫРОВ. Стәрлебаш ауылы.