Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
13 Август 2018, 11:00

ТӘҠДИРГӘ ЫШАНЫУ

Сөннәттән уҡып белеүебеҙсә, Аллаһы Тәғәләнең иң беренсе бар иткән нәмәһе - Ҡәләм. Шунан Аллаһы Тәғәлә Ҡәләмгә: "Яҙ!" - тип әйтә. "Йә Раббым! Нимә яҙайым?" - ти Ҡәләм. "Ҡиәмәт көнөнә тиклем буласаҡ бөтә нәмәләрҙең тәҡдирен яҙ!" - ти Аллаһ. Һәм Ҡәләм Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр буласаҡ бөтә нәмәләр тураһында шул мәлдә үк бәйнә-бәйнә яҙып ҡуя. "Аллаһы Тәғәлә мәхлүктәрҙең яҙмышын ер менән күктәрҙе барлыҡҡа килтерерҙән илле мең йылдан алдан уҡ яҙып ҡуйған", - тигән Аллаһ рәсүле (саллалаһу ғәләйһи үә сәләм) (Мөслим йыйынтығынан).

Беҙҙең менән бөгөн нимә генә булмаһын, был - Аллаһы Тәғәләнең шул заманда уҡ яҙып ҡуйған тәҡдире ул. Яҡшыһы ла, насары ла, уңышлыһы ла, уңышһыҙы ла, шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Беҙгә тиклемге бөтә кешеләр ҙә, үҙ тәҡдирҙәренә нисек яҙылған, шулай йәшәгәндәр. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең тәҡдиребеҙгә яҙылғанды бер ниһен ҡалдырмайынса күрәсәкбеҙ. Беҙҙең ул-ҡыҙҙарыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән дә шулай буласаҡ.

"Һиңә ирешкән нәмәләр һинең хатаң арҡаһында түгел һәм һин ирешкән нәмәләр һинең дөрөҫ эшләүеңдән түгел икәнен белгәнсегә ҡәҙәр бер ҡасан да иман ләззәтен татый алмаҫһың", - тип өйрәткән хаҡ сәләфтәребеҙ.

"Әгәр һин Аллаһ юлында Өхөд тауы хәтлем алтын сарыф итеп тә, әммә тәҡдиргә ышанмаһаң, һәм һин нимәгә тарығанһың, шуның һине урап үтә алмауына, һәм нимә һине урап үткән, шуға һинең бер нисек тә тарый алмауыңа ныҡлы итеп инанмаһаң, Аллаһ һинән бер нәмә лә ҡабул итмәйәсәк. Һәм әгәр һин был турала (тәҡдир тураһында) бүтәнсәрәк уйлап үлеп китһәң, мотлаҡ йәһәннәмгә эләгерһең", - тигән Аллаһ рәсүле (саллалаһу ғәләйһи үә сәләм) (Әхмәд йыйынтығынан).


Тәҡдиргә тормоштан миҫалдар:

1) Мәҫәлән, бер кеше баҙарға сауҙа өсөн бик иртә сыға, ә икенсеһе сәғәт унда ғына сауҙаһына тотона. Икеһе лә бер үк нәмә һата. Әммә иртә килгәненә һис ни юҡ, ә сәғәт унда килгәне шул көндө бик күп килем эшләп ҡайта. Был нимәнән? Тимәк, Аллаһы Тәғәлә шулай яҙған булған.

2) Ике балыҡсы йәнәшә ултырып балыҡ тоталар. Икеһенең дә ҡармаҡтары бер тигеҙ, бер ниндәй артыҡлығы ла, кәмселеге лә юҡ, бер үк төрлө ем менән ҡармаҡлайҙар. Ләкин береһенә балыҡ бик күп эләгә, ә икенсеһенә берәү-икәү генә эләгә йәки берәү ҙә эләкмәй. Ни өсөн һуң балыҡтар беренсе балыҡсының ҡармағына эләгә? Кем йүнәлдерә һуң уға балыҡтарҙы? Был да - Аллаһ тәҡдире.


ТӘҠДИРГӘ САБЫР ИТЕҮ


Аллаһтың тәҡдиренә сабыр итмәү, асыуланыу - ул иманға зарар килтереүсе, уны көсһөҙләндереүсе нәмә. Нимә була һуң ул сабырлыҡ? Ул ниндәй булырға тейеш?

Сабырлыҡтың ислам динендәге билдәләмәһе ошо: бәлә-ҡаза килгәндә телде - насар һүҙҙәрҙән, ҡул-аяҡтарҙы файҙаһыҙ, зарарлы хәрәкәттәрҙән (мәҫәлән, сәс йолҡоуҙан, үҙ-үҙеңә һуғыуҙан) тотоп ҡала алыу, байлыҡ йәки шатлыҡ килһә иһә, уларҙы ҡабул иткәндә хис-тойғоларҙы Шәриғәт рөхсәт иткән сиктәрҙән уҙҙырмау (мәҫәлән, иң тәүҙә Аллаһҡа шөкөр итергә онотмау, саманан тыш ҡыуанып шашынмау, бүтәндәр алдында маҡтанмау, тәкәбберләнмәү һәм башҡа).

Сабырлыҡ - имандан. Кешенең сабырлығына ҡарап уның иманы хаҡында фекер йөрөтөргә була. Сабырлыҡ кешенең башы кеүек үк: әгәр баш киҫелһә, кешенең йәшәүе мөмкин түгел, ул үлә; әгәр кеше сабыр итмәһә, уның эше эш түгел, уны икенсе тапҡыр эшләргә йә, әгәр эшләп булмаһа, әсе үкенергә тура киләсәк.


Сабырлыҡтың өс төрө була:

1) Аллаһтың әмер-бойороҡтарына ҡарата сабырлыҡ (йәғни Уның әмер иткән ғибәҙәттәрен сабыр итеп үтәү);

2) Аллаһы Тәғәләнең тыйыуҙарына ҡарата сабырлыҡ (йәғни Ул тыйғандарҙан сабыр итеп тыйылыу);

3) тәҡдиреңә яҙылған бәлә-ҡазаларға, әрнеү-һыҙлауҙарға сабыр итеү (мәҫәлән, янғын сығып китеп, йәшәгән өйөң янып бөтһә лә, "был - Аллаһтың тәҡдире" тип, шул ваҡытта сабырлыҡ күрһәтеү).

Н.Ибраһимов, "Ваҡыт!".
Читайте нас: