Шуға бәйле, ҡайҙан килә һуң ул һандар, тигән ҡыҙыҡһыныу уяна. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән Ябраил фәрештәһе аша пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмгә 610–630 йылдар арауығында тапшырылған. Ҡайһы бер иманһыҙҙар: «Ҡөрьәнде Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-әссәләм үҙе яҙған», – ти. Рәсүлебеҙ уҡый-яҙа белмәгән, ә китап беҙгә Аллаһ Тәғәләбеҙҙән индерелгән ҡулланма икәнен беләбеҙ. Ҡөрьәнебеҙ – иҫ киткес аҡыл хазинаһы, ул биология, география, геология, физика, математика, тарих, медицина кеүек төрлө фәндәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған. Ошо тәрән ғилем шишмәһе әкренләп беҙгә серҙәрен аса. Француз табибы Морис Бюкай, төрөк ғалимы Харун Яхъя Ҡөрьән мөғжизәләрен китаптарында фән теле менән аңлатып биргән. Үҙебеҙҙең БДУ профессоры, химик Нәжип Вәлитов формула һәм теориялар ярҙамында Ҡөрьәндең хаҡлығын, Аллаһ Тәғәләнең барлығын иҫбатлаған. (Ул билдәләүенсә, яҡтылыҡ тиҙлеге секундына 300 мең километр үтһә, ә магнит һәм гравитация тулҡыны (йәғни уй, мәғлүмәт) тиҙлеге унан 900 миллион тапҡырға тиҙерәк, йәғни Аллаһ ишетеүсе һәм күреүсе икәнен дәлилләгән). Башҡа ғалимдар ҙа күптән инде Ҡөрьәндә һандар тылсымына иғтибар иткән һәм был ҡыҙыҡлы донъяны өйрәнеүен дауам итә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә «ете ҡат күк» – 7, «көн» – 365, «көндәр» – 30, ә «ай» 12 тапҡыр ҡабатлана. Бында барыһы ла аңлашыла!