Сараны район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асты һәм алып барҙы. Көн тәртибе ярайһы уҡ киң булды. Унда райондың дин әһелдәрен нимә борсоуы, эш ваҡытында уларға ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура килеүе тураһында ғына һөйләп ҡалманылар, башҡа мәсьәләләрҙе лә күтәрҙеләр. Мәҫәлән, мәсеттәрҙә янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында ла әйтелде, бында дини байрамдарҙа һәм башҡа сараларҙа бихисап халыҡ намаҙға йыйыла, тимәк, уларға хәүефһеҙлек гарантияланырға тейеш. Йәки алтаҡталарҙы дөрөҫ төҙөү, айырым юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү һ.б.
Ошондай осраҡтарға ярашлы, кәңәшмәне доға менән башланылар. Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нияз Ғимазовтың сәләмләү һүҙен һәм бөгөнгө көндә ауыл биләмәһендә эштәрҙең нисек барыуы тураһында һөйләүен тыңлағандан һуң йыйылыусылар ағымдағы эштәрҙе тикшереүгә күсте.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Стәрлебаш районы имам-мөхтәсибе Зөфәр Биктимеров беренсе булып һүҙ алды. Ул күберәк проблемалар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, бик күп ауылдарҙа мәсет булыуға ҡарамаҫтан, барыһында ла биш тапҡыр аҙан әйтелмәүен билдәләне. Әгәр мәсеттә имам бар икән, аҙан әйтелергә тейеш, тине Зөфәр хәҙрәт. Уларҙың ҡайһы берҙәренә халыҡ бик аҙ йөрөй. Район буйынса айырылышыуҙар күп - ғаиләләрҙең 80 проценты ауырлыҡтарға түҙә алмайынса тарҡала. Шуға ла никахҡа тиклем бер нисә көн алдан өйләнешергә йөрөгән йәштәр менән мотлаҡ һөйләшергә, киләсәктә уларҙың ғаиләһе ныҡ булһын өсөн бурыстарын һәм хоҡуҡтарын аңлатырға кәрәк.
Шулай уҡ Зөфәр хәҙрәт һәр имам үҙ мәсетендә хужа булырға, ә барлыҡ дини йолалар мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты талап иткәнсе аныҡ башҡарылырға тейешлеге тураһында һөйләне.
Сара барышында ҡайһы бер йәштәрҙең намаҙҙы барлыҡ ҡағиҙәләргә тура килтереп уҡымауына бәйле бәхәс тыуҙы. Быға Әмир ауылының имам-мөхтәсибе Ғәлинур Шиһабетдинов: «Барыһын да беҙ өйрәнгәнсә эшләмәгәнгә күрә йәштәрҙе мәсеттән ҡыуырға ярамай. Әгәр кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ихлас ышанып мәсеткә килһә, уға әҙәпле итеп кенә ҡағиҙәләрҙе аңлатырға кәрәк. Юғиһә, уның беҙгә ҡаршы булыусыларға ылығыуы ихтимал. Тап шундай үпкәләгәндәрҙе ИГИЛ кешеләре үҙ яғына ала. Уларҙың хис-тойғоларында уйнап, беҙҙең хаталарҙан файҙаланып, үҙ сафтарын тулыландыра» тип бик аҡыллы яуап бирҙе.
Айтуған ауылынан Фәрит имам-хатип һәм Ҡабыҡҡыуыштан Мансур Сөйәрғолов күп мәсеттәр өсөн электр утына тарифтарға бәйле көнүҙәк проблеманы күтәрҙе. Бөгөн электр энергияһы менән йылытылған мәсеттәр, электр уты өсөн юридик шәхестәр булараҡ түләй. Был бик ҡиммәт, ә ҡышын ошоға бәйле Аллаһы Тәғәләнең ҡайһы бер йорттарының бөтөнләй ябылыуы ихтимал, тип борсола улар. Беҙгә лә халыҡ түләгән тарифтар буйынса түләп булмаймы, тип мөрәжәғәт итте улар Фәнүр Зөфәр улына.
Шулай уҡ район дауаханаһында дауаланған дини кешеләр өсөн намаҙ уҡыу бүлмәһе асыу һәм ҡайһы бер башҡа үтенестәр яңғыраны.
Район Советы секретары Айгөл Мусаҡаева имам-хатиптарҙың мәсеттәрҙең алтаҡталарына айырыуса иғтибар биреүен һораны. Улар республиканың дәүләт - рус һәм башҡорт телдәрендә дөрөҫ яҙылырға тейеш. Шулай уҡ ул экстремистик йөкмәткеле китаптар булмаһын өсөн мәсеттәрҙә булған дини әҙәбиәтте тикшереп сығыуҙарын һораны.
Фәнүр Зөфәр улы, кәңәшмә барышында бик күп һорауҙарға яуап биреп, аҙағында йыйылыусыларҙы районда баҫыу эштәре барышы менән таныштырҙы. Планлаштырғандың яртыһы эшләнеүен (59%) билдәләне. Ниндәй хужалыҡтарҙа сәсеү эштәре нисек барыуын әйтеп сыҡты. Сара изге эш - Йәшергән урта мәктәбе территорияһында алмағастар ултыртыу менән тамамланды. Бында имамдар, ең һыҙғанып, ҡулдарына көрәк тотоп, берҙәм эшкә тотондо. Уларға уҡыусылар ярҙам итте. Алмағастар ултыртыу ошо акцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа ҡалыр тип ышанабыҙ. Беҙ, улар кеүек үк, алмағастар ерегеп китер һәм йәшергәндәрҙе яҙын матур сәскә атыуы менән, ә көҙөн - мул уңышы менән һөйөндөрөр тип уйлайбыҙ. Шулай булһын. Амин!
Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.