Шулай уҡ мосолмандар был айҙа изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға тейеш. Һәр мосолман фәҡирҙәр һәм мохтаждар файҙаһына фытыр саҙаҡаһы таратырға бурыслы. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә. Республикала йәшәүселәр өсөн Башҡортостандың Үҙәк диниә назараты
хәйер-саҙаҡа күләмен билдәләне.